Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөләрҙе Науруз байрамына саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

25 мартта Өфөләге «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Науруз» республика байрамы уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республиканың милли-мәҙәни ойошмалары сығыш яһай.

Ҡунаҡтарға Башҡортостан халыҡтарының милли йыр-бейеүҙәренән торған байрам концерты тәҡдим ителә. Шулай уҡ парк биләмәһендә башҡорт һәм татар, башҡа төрки телле халыҡтарҙың милли ихаталары эшләйәсәк, спорт уйындары һәм ярыштар ойоштороласаҡ.

Байрам көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть