Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала мең саҡрым самаһы төбәк һәм урындағы юлдарҙы йүнәтеү күҙалланған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда йылы миҙгел дауамында мең самаһы төбәк, муниципаль һәм урындағы юлдарҙы йүнәтеү күҙаллана. Ошо хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Уға тиклем март-апрель айҙарында яҡынса былтырғы күләмдә соҡорҙар ямала: 59 мең квадрат метр майҙанда ете мең тонна асфальт-бетон түшәләсәк.

Ведомство башлығы Рим Ғиләжетдинов билдәләүенсә, юғары кимәлдәге хәрәкәт булған төбәк тәғәйенләнешендәге юлдарға өҫтөнлөк биреләсәк. Ул Өфө – Белорет һәм Өфө – Бөрө – Яңауыл трассалары. Бынан тыш, һәр муниципалитет урындағы һәм райондағы тәғәйенләнештәге юлдарҙы йүнәтеүгә субсидиялар алды. Эштәрҙе «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһы структуралары башҡарасаҡ.

Ҙур ташҡынды уҙғарып ебәреүгә барлыҡ 21,67 мең һыу үткәреү торбаһы әҙерләнә, уларҙы сүп-сарҙан һәм ботаҡтарҙан таҙарталар. Башҡортостан Юл хужалығы идаралығы 1649 күпер һәм юл үткәргесте хеҙмәтләндерә. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, күперҙәр емерелеү осрағына уларҙы тиҙ ваҡытта төҙөкләндереү өсөн саралар әҙерләнгән. 2017 йылда юл ремонтын дөйөм финанслау күләме – 16 миллиард 275 миллион һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть