Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ойошторолдо

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда республика Хөкүмәте ҡарамағында Дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ойошторолдо. Ошо хаҡта ҡарар дүшәмбе, 20 мартта, Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡабул ителде.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, совет бурыстары иҫәбенә төбәк ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тәжрибәһен – формаларын һәм алымдарын анализлау, тикшереү һәм камиллаштырыу, шулай уҡ ғаилә институтын үҫтереү аспекттары даирәһе буйынса республиканың башҡарма власть органдарының, ғилми, йәмәғәт ойошмаларының һәм муниципалитеттарҙың үҙ-ара эш итеүен ойоштороу инә.

Ленара Иванованың әйтеүе буйынса, совет эшмәкәрлеге демография һәм һаулыҡ һаҡлау, ғаиләләргә ярҙам итеү саралары, балаларға тәрбиә һәм белем биреү, торлаҡ һәм миграция сәйәсәте мәсьәләләренә ҡағыласаҡ.

Башҡортостан Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов бөтә процестарҙы дәүләт мәғариф, торлаҡ, эшҡыуарлыҡ, ял итеү программалары һәм проекттары аша именһеҙлекте иҫкәртеү һәм үҙ үҫеште дәртләндереү механизмдары ингән «Башҡортостан Республикаһы ғаиләһе-2030» стратегик башланғысы сиктәрендә көйләргә ҡушты.

Башҡортостан Хөкүмәте республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре ҡарамағында ғаилә сәйәсәте буйынса координация (ведомство-ара) советтарын булдырырға кәңәш итте.

Бер үк ваҡытта функциялар ҡабатланмаһын өсөн 2009 йылдың 9 июнендәге «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советы хаҡында»ғы республика Хөкүмәте ҡарарын һәм уның эшмәкәрлеге менән бәйле бер төркөм норматив хоҡуҡи акттарҙың үҙ көсөнән сығыуы билдәләнде.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда ғаилә сәйәсәте һәм демография мәсьәләләре 2017 йылда айырым әһәмиәткә эйә булды. 10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә уҙғарҙы. Унда ул демографик хәлде яҡшыртыу, шулай уҡ төбәктә тыуымды арттырыу буйынса өҫтәмә саралар комплексын әҙерләргә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть