Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала дөйөм ҡала өмәләре 15 һәм 22 апрелдә үтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә дөйөм ҡала өмәләре 15 һәм 22 апрелдә үтә. Ошо хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Бынан тыш, ғәҙәттәге санитар йома өмәләре күҙаллана. Санитар айлыҡ барышында коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы йүнәтәсәк, юлдарҙы, урамдарҙы һәм ихаталарҙы йыйыштырасаҡ. Соҡор биттәре, йылға һәм күлдәрҙең ярҙары сүп-сарҙан таҙартыласаҡ. Предприятиелар һәм ойошмалар үҙ майҙансыҡтарын йыйып ҡуясаҡ. Ҡағиҙә булараҡ, шәхси секторҙарҙа йәшәүселәр үҙ ихаталарын ғына түгел, ә эргә-тирә биләмәләрен дә тәртипкә килтерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть