Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт балы бер тапҡыр файҙалана торған һауыттарҙа Мәскәү мәктәптәренә оҙатылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүгә махсус бер файҙалана торған һауыттарҙа Башҡортостанда етештерелгән ике тонналыҡ тәүге бал партияһы оҙатылды, тип хәбәр итә РБК-Өфө.

Мәскәү мәктәптәрендә башҡорт балын һынап ҡараясаҡтар. Ай дауамында туғыҙ меңләп уҡыусы көнөнә 10-шар грамм бал ашаясаҡ. Проект ҡатнашыусыһы, «Башҡорт умарталыҡтары» компанияһы етәксеһе Сергей Мөлөков әйтеүенсә, 200 мең өлөштөк (ул үҙе ике мең тонна) тәүге һынау партияһы баш ҡалаға оҙатылды ла инде.

«2014 йылда беҙ Өфөнөң 83-сө лицейында «Мәктәп балы» тигән һынау уҙғарҙыҡ. Балалар, ата-әсәләр, республиканың Мәғариф министрлығы ризалыҡ бирҙе. Һынау уңышлы тип танылды, әммә финанслау булмау сәбәпле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауам итә алманы», — тип һөйләне Сергей Мөлөков.

Мәскәүҙә, эшҡыуар һөйләүенсә, балалар туҡланыуын финанслау бюджетҡа һалынған. Шуға күрә һынау үткәргәндән һуң артабан күпләп һатып алыу башланасаҡ, тип ышана ул.

Бер балаға көндәлек 10 грамлыҡ өлөш өс һумға тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть