Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Йыл меценаттарын» билдәләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө ҡала Советының алты депутаты «Йыл меценаты» исеменә лайыҡ булды. Улар – Филүс Ишбулатов һәм Анатолий Горячев, Юлиә Романчева һәм Артур Хажиғәлиев, Иосиф Марач һәм Андрей Носков. Бишенсе бүләкләү тантанаһы Рус драма театрында үтте, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә.

Бүләкләнеүселәр араһында – ҡалала күмәк спортты үҫтереүгә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялауға һәм дауалауға, етем балаларға һәм инвалидтарға ярҙам иткән кешеләр.

Йәмғеһе ҡалалағы 25 шәфҡәт күрһәтеүсе наградалар менән баһаланды. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов иҫтәлекле билдәләр һәм дипломдар тапшырҙы.

13 апрелдә Рәсәйҙә Меценат һәм шәфҡәт күрһәтеүсе көнө йәки «Рәхмәт» көнө билдәләнә. Рәсәй Федерацияһында меценатлыҡ йолалары быуаттар буйына һаҡланып килә һәм әлеге ваҡытта әүҙем тергеҙелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть