Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт опера һәм балет театрының спектакле «Алтын Битлек» премияһына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Уҙған көндә Мәскәүҙә «Алтын битлек» милли театр премияһы еңеүселәрен һәм призерҙарын иғлан иттеләр. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Георг Генделдең «Геракл» спектакле (режиссер – Георгий Исаакян) юғары профессиональ һәм вокаль оҫталыҡ өсөн жюриҙың махсус премияһына лайыҡ булды.

«Алтын битлек» премияһы менән бүләкләү тантанаһы К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге музыка театрында үтте. Музыка театры жюрийының махсус премияһын уның рәйесе – скрипкасы, Санкт-Петербург Симфоник оркестрының баш дирижеры Сергей Стадлер иғлан итте. Премияны алыу өсөн сәхнәгә Башҡорт опера театры вәкилдәре – баш дирижер, музыкаль етәксе һәм спектаклдең дирижер-ҡуйыусыһы Артем Макаров һәм солист, Иола ролен башҡарыусы Дилара Иҙрисова күтәрелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы 1993 йылда илдең Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан булдырылған. «Алтын битлек»тә опера һәм балеттан алып ҡурсаҡ театрына хәтлем сәхнә сәнғәтенең бөтә төрҙәре һәм жанрҙары тәҡдим ителгән. MK.RU порталы хәбәр итеүенсә, быйыл номинациялар иҫәбе рекордлы һанға – 290-ға еткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть