Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Бөгөн – Милли донор көнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн, 20 апрелдә, Рәсәйҙә Милли донор көнө билдәләнә. Был көндө 1832 йылда илебеҙҙә тәүгә бер кешенән икенсеһенә ҡан ебәрелә – Санкт-Петербург акушеры Андрей Вольф күп ҡан юғалтҡан бәпесләүсе ҡатынға уның иренең ҡанын ебәрә.

Милли донор көнө, тәү сиратта, донорҙарҙың үҙҙәренә – бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ҡанын бушлай тапшырған кешеләргә, был фән һәм практика өлкәһендә эшләгән табиптарға арналған. Секунд һайын бөтә донъяла йәше һәм сығышы буйынса төрлө кешеләргә ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡан ебәреү талап ителә. Ҡан һәм уның продукттарын ебәреү йыл һайын миллионлаған кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға мөмкинлек бирә.

Рәсәйҙең ҡан донорҙары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын ғәҙәти рәүештә – ҡан һәм уның компоненттарын тапшырыу менән билдәләйәсәк. Республика ҡан биреү станцияһында Милли донор көнөндә «Рәсәй студенттар отряды» бөтә Рәсәй йәштәр берләшкән ойошмаһы, Өфө дәүләт авиация техник университетының ирекмәндәр ойошмаһы, «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды, Өфө ҡалаһының Йәмәғәт именлеге үҙәге, Рәсәй гвардияһының Башҡортостан идаралығы ҡатнашасаҡ. Донорҙарға уларҙың тормошҡа ҡарата әүҙем ҡарашы өсөн рәхмәт белдереү сифатында ҡала сауҙа селтәрҙәренең береһе бушлай «Витамин йыйылмаһы»на купон тапшырасаҡ, уның менән ошо селтәр магазиндарында тауар алырға мөмкин.

Республика ҡан биреү станцияһы Башҡортостанда төп донорлыҡ үҙәге булып тора. Йыл һайын ул 100 меңдән ашыу донорҙы ҡабул итә һәм төбәктең дауалау учреждениелары өсөн 44 тоннанан ашыу ҡан әҙерләй. Станциялар Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларында эшләй. Шулай уҡ баш ҡала, ҡала һәм район дауаханаларында ла ҡан тапшырырға мөмкин. Төбәктә «Почетлы донор» исеменә лайыҡ булған 10,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Республика ҡан биреү станцияһы эш көндәрендә иртәнге 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 4-кә ҡәҙәр, шәмбе иртәнге 8-ҙән төшкө 1-гә тиклем эшләй. Станцияның адресы: Өфө ҡалаһы, Батырская урамы, 41/1.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть