Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Тәүлек эсендә Ағиҙел йәнә 37 сантиметрға күтәрелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфөлә йылғаларҙың күтәрелеүе дауам итә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 37 сантиметрға артҡан. Республиканың төп һыу артерияһының кимәле Дуҫлыҡ монументы эргәһендә 433 сантиметрға еткән. Шакша яғында Ҡариҙел йылғаһы – 373 сантиметрға (+31 см) хәтлем, Бочкарев ауылы тирәһендә Дим йылғаһы 449 сантиметрға (+14 см) тиклем күтәрелгән. Бөтә кимәлдәр ҙә гидропост нуленә ҡарата бирелгән.

«Ташҡын» («Половодье») бүлегендә һуңғы аҙнала һыу кимәленең нисек артыуы менән танышырға һәм уҙған йылдағы мәғлүмәттәр менән сағыштырырға мөмкин.

2017 йылға фараздарҙы, һыу баҫыуы ихтималлығы булған урындарҙы һәм белгестәрҙең аңлатмаларын «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында ҡарағыҙ.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть