Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә өс йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләгән өсөн пособие түләүҙе оҙайтыу тәҡдиме индерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләгән өсөн пособие түләүҙе оҙайтырға тәҡдим итәләр. Был хаҡта, хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет депутаты Сергей Вострецов әҙерләгән закон проектына һылтанып, федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә.

Хәҙер бала ҡараған өсөн айлыҡ пособие йыл ярым ғына түләнә, уның күләме уртаса хеҙмәт хаҡының 40 процентын тәшкил итә. Суммаһы эш хаҡына, йәшәгән төбәккә бәйле. Беренсе балаға пособиеның минималь күләме 2,9 мең һум самаһы, икенсе һәм өсөнсө балалар өсөн — 5,8 мең һум, максималь күләме — 11,6 мең һумға яҡын. Йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге осорҙа айына 50 һум компенсация түләнә.

Эшләүсе әсәләрҙең яртыһынан кәме балаға йәш ярым тулғансы эшкә сыҡмай. Өс йәшлек һәм унан өлкәнерәк балалар өсөн баҡсаларҙа урын алыу мәсьәләһе киҫкен тора, тип билдәләй депутат.

Вострецовтың башланғысы балалар баҡсаһында урын етмәгәндәр өсөн билдәләнгән күләмдә пособие түләүҙе күҙ уңында тота. Түләүҙең суммаһы һәр бала өсөн айына өс мең һум тәшкил итәсәк. Әсәләрҙең фекеренсә, түләүҙе оҙайтыу артыҡ булмаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть