Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың Күп функциялы үҙәге ҡарамағында Миграция үҙәге асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә Миграция үҙәге эш башланы. Унда сит ил граждандары дәүләт хеҙмәттәре менән файҙалана ала. Үҙәк Өфө районының Чесноковка ҡасабаһында урынлашҡан.

Миграция үҙәге республика биләмәһендә хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырырға рөхсәт иткән патентты рәсмиләштереү өсөн документтар ҡабул итә. Азербайжан, Тажикстан, Үзбәкстан, Украина, Молдова граждандарына эш өсөн патент алыу мөһим, тип хәбәр итте Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Патентҡа йәмәғәт тәртибен, административ хоҡуҡтарҙы боҙмаған, судҡа тарттырылмаған, Рәсәй биләмәһендә рәсми рәүештә көн күргән сит ил граждандары эйә була ала. Шулай уҡ уларҙың урыҫ телен һәм Рәсәй тарихын яҡшы белеүе, һау-сәләмәт булыуҙары зарур.

Белешмә. Патент — Рәсәй Федерацияһына визаһыҙ килгән сит ил граждандарының ваҡытлыса эшмәкәрлеккә хоҡуғын дәлилләгән берҙән-бер документ. Патент нигеҙендә эш тәҡдим иткән юридик йәки физик берәмектәр сит ил граждандарын өҫтәмә рөхсәт ҡағыҙынан тыш эшкә йәлеп итә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть