Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡорт авторҙарының пьесалары буйынса спектаклдәр «Коляда-plays» фестивалендә күрһәтеләсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Коляда-plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә башҡорт авторҙарының пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйыласаҡ. Улар — Гомерҙың «Илиада» әҫәре буйынса «Троя хаҡында йыр. Бында һәм хәҙер» (Әнгизә Ишбулдина, Марат Мөхлисов, Зөһрә Бураҡаева, Анна Ерошина) һәм Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Әнгизә Ишбулдинаның «Хыялға ҡаршы». «Хыялға ҡаршы» спектакле — 26 июндә, «Троя хаҡында йыр. Бында һәм хәҙер» 27-дә «Щелкунчик» балет театрында сәхнәләштерелә.

Йыл һайын июнь айында ҡаланың театр майҙандарында «Коляда-plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивале уҙғарыла. Фестивалде үткәреү һәм уны тергеҙеү идеяһын 2008 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Николай Коляда тәҡдим иткән. Был башланғысты Рәсәй Сәнғәт эшмәкәрҙәре союзының Свердловскиҙағы төбәк бүлексәһе әүҙем күтәреп алған.

Төп программала — спектаклдәр ҡарау һәм уларҙы фестиваль дирекцияһы махсус ойошторған Театр тәнҡитселәре коллегияһының халыҡ алдында тикшереүе. Фестивалдә һуңғы өс театр миҙгелендә заманса драматургтарҙың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть