Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан кино индустрияһын үҫтереү өсөн инфаструктура булдырыу буйынса илдең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан кино индустрияһын үҫтереү өсөн инфаструктура булдырыу буйынса илдең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе.

Докладсы Мәҙәниәт һәм Әҙәбиәт йылдарының дауамы булған Рәсәй киноһы йылындағы төп сараларҙы телгә алды. Төп ваҡиғалар араһында — яңыртылған 11 кинозал асыу, республика кино марафоны, Башҡортостан Башлығы гранттарына төшөрөлгән яңы фильмдарҙың сығыуы.  

Дөйөм алғанда, былтыр республикала 16 ҙур сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни саралар ойошторолған, уларҙа 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

20 апрелдә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть