Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала «Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау» программаһында ҡатнашыусыларҙы льготалы кредитлау башлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Быйыл Башҡортостанда торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау буйынса пилот проектында ҡатнашыусыларҙы льготалы кредитлау эше ойошторола. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республиканың Дәүләт Йыйылышы ултырышында белдерҙе.

«Аҡса йыйыу осоро тамамланды, һәм хәҙер алты процентлыҡ льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин», — тине премьер-министр.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, программа алты йыл буйына банкта аҡса йыйыуҙы һәм һуңынан 6-7 процентлыҡ ставка буйынса ипотека алыуҙы күҙ уңында тота. Әле республика халҡы ете меңдән ашыу ошондай вклад асҡан. Был Рәсәйҙә бындай проекттар буйынса абсолют рекорд. Ҡатнашыусыларҙың иҫәбендә тупланған аҡсаның дөйөм күләме 1,2 миллиард һум самаһы тәшкил итә.

Эксперттар баһалауынса, 2017 йылдан республиканың торлаҡ баҙарында керемдәр 6,5 миллард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

20 апрелдә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть