Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте халыҡтын килем кимәлен арттырырға ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәте халыҡтың килем кимәлен арттырыу өсөн минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумы кимәленә этаплап еткереү йәһәтенән саралар комплексын ғәмәлгә ашырасаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда хәбәр итте.

«Әлбиттә, Рәсәй Президентының «май» указдарының үтәлешенә өлгәшергә кәрәк. Шулай уҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Инвалидтарҙы һәм халыҡтың башҡа ауыр хәрәкәт иткән төркөмдәрен эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. Эш эҙләп мөрәжәғәт иткән граждандарҙың 38 проценты эшкә урынлашырға тейеш», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Хөкүмәте рәйесе.

Кисә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 1 июлдән хеҙмәт хаҡының минималь күләме 7,8 меңгә тиклем күтәрелеүе тураһында хәбәр итте. Алдағы йылдарҙа илдә минималь эш хаҡын эшләүсенең йәшәү минимумы кимәленә еткереү күҙаллана.

Дмитрий Медведев әйтеүенсә, минималь эш хаҡын һәм йәшәү минимумын тигеҙләү өсөн «бөтә мөмкинлектәр ҙә бар».

20 апрелдә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эше һөҙөмтәләре буйынса отчет тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть