Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Еңеү көнө уңайынан фейерверк буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Еңеү көнө уңайынан фейерверк планлаштырылған, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.

Баш ҡалала төп байрам саралары 9 майҙа уҙғарыла. Иртәнге сәғәт 11-ҙә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Тыл хеҙмәтсәндәре мемориалына сәскә һалыу тантанаһы була. Бер сәғәттән һуң «Үлемһеҙ полк» дөйөм Рәсәй гражданлыҡ-илһөйәрлек акцияһында ҡатнашыусылар Октябрь проспекты буйлап Дәүләт циркынан алып В. И. Ленин исемендәге майҙанға тиклем тантаналы марш менән үтәсәк.  Йола буйынса, өфөләр туғандары — Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары төшөрөлгән транспаранттар менән урамға сығасаҡ.

Акция барышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Октябрь проспектында СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Дан бульварына хәтлем транспорт хәрәкәте ябыла. Еңеү көнөн байрам итеү киске сәғәт 10-да Ленин исемендәге майҙанда сағыу фейерверк менән тамамлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть