Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» Милли хоккей лигаһының элекке уйынсыһы Филип Ларсен менән килешеү төҙөнө

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

«Салауат Юлаев» Финляндияның «Йокерит» клубынан Дания һаҡсыһы Филип Ларсен менән ике йылға килешеү төҙөнө.

Өфө клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ларсенға 27 йәш, Континенталь хоккей лигаһында ул «Югра» һәм «Йокерит» өсөн уйнаны, унан 2016 йылда Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчында сығыш яһарға теләк белдерә.

Филип Ларсен Милли хоккей лигаһында «Даллас Старз», «Эдмонтон Ойлерз» һәм «Ванкувер Кэнакс» өсөн 150-нән ашыу матчта ҡатнашҡан. Шулай уҡ үҙ карьераһында Филип Швеция һәм Финляндия лигаларында уйнаған һәм Дания йыйылмаһында биш донъя чемпионатында ҡатнашҡан. Алмашына «Йокерит» Швеция һаҡсыһы Тим Эриксон һәм Дания һөжүм итеүсеһе Никлас Йенсен менән килешеү төҙөнө.

Теги: хоккей,КХЛ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть