Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалаға «Еңеү армияһы-2017» агитпоезы килә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2017 йылдың 3 майында Өфөнөң тимер юл вокзалына «Еңеү армияһы-2017» агитпоезы килә, тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округында. Акция Рәсәйҙең оборона министры ҡарары буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығын байрам итеү уңайынан уҙғарыла. Ошо традицияны тергеҙеү Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү һәм ундағы юғалтыуҙар хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн кәрәк.

Агитпоездар составына асыҡ платформаларҙа ҡоралдарҙың һәм хәрби техниканың тарихи өлгөләре (Т-34, Т-72БЗ, ИС-3, БТР-802Л танктары, СУ-100 үҙйөрөшлө ҡоролмаһы, артиллерия һәм зенит-артиллерия ҡоралдары), күсмә кинотеатр, музей экспозицияларының күргәҙмә вагоны индерелгән.

Республика халҡы өсөн митинг, ижади коллективтарҙың концерты, ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләрен, тематик музей күргәҙмәһенең экспозицияларын күрһәтеү ойоштороласаҡ, социологтар, психологтар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй оборона министрының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе эшләйәсәк.

Агитпоезд Өфө станцияһында 3 майҙа урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 12-се 5 минуттан көндөҙгө 1-се 5 минутҡа тиклем буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть