Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Республикалағы дүрт ҡала һәм ике ауыл «иң төҙөк» тигән статустарын раҫланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Туймазы, Рощинский һәм Үрге Йәркәй ауылдары йәнә «2016 йылда Рәсәйҙең иң төҙөк биләмәһе» бөтә Рәсәй конкурсы дипломдарына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Ошо муниципалитеттар федераль конкурста даими ҡатнаша һәм еңеү яулай, шуның менән республиканы призерҙар һаны буйынса алдынғы урындарға сығарыуҙы тәьмин итә.

Рощинский ауыл Советының эштәр менән идара итеүсеһе Рузалиә Вилданова хәбәр итеүенсә, ҡасаба халҡы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, ауыл иһә унда йәшәүселәргә уңайлы социомәҙәни мөхит булдыра. Ул фонтанлы паркты һәм ижади эшләгән Мәҙәниәт йортон Рощинскийҙың биҙәге тип атаны.

Бөтә Рәсәй конкурсы 1997 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм иң яҡшы муниципалитеттарҙың тәжрибәһен туплай. Ростов, Воронеж, Липецк, Белгород, Әстрхан, Калуга, Кемеров өлкәләре, Татарстан, Краснодар, Ставрополь һәм Хабаровск крайҙары вәкилдәренә лә сифатлы йәшәү мөхитен булдырған өсөн наградалар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть