Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

«Театр яҙы» фестиваленең иң яҡшы спектакле өсөн онлайн тауыш биреү башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Театр яҙы» республика фестиваленең иң яҡшы спектакле өсөн онлайн тауыш биреү башланды. Иң күп тауыш йыйған спектакль тамашасылар һөйөүе призын аласаҡ. Фестивалде ойоштороусыларҙың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә тауыш бирергә мөмкин.

Конкурста милли сәхнә әҫәрҙәре буйынса 12 спектакль ҡатнаша. Улар өсөн туғыҙ номинация ҡаралған. Өсәүһе конкурстан тыш программаға индерелгән. Фестивалдең Тәнҡитселәр коллегияһы һәм жюри ағзалары составында Мәскәүҙән театр белгестәре һәм тәнҡитселәр Валентина Федорова, Евгения Розанова һәм Өфөнән Рида Буранова, Айһылыу Сәғитова, Динә Дәүләтшина эшләй. Кисә Салауат башҡорт драма театры ҡуйған «Ерҙәштәр» спектакле буйынса фекер алышыу булды.

20 апрелдә Өфөлә «Театр яҙы» фестивале башланды. Ул 26 апрелгә тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть