Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Йыл башынан Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 126 бала тыуған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге хәбәр итеүенсә, йыл башынан Башҡортостанда 887 кешелә ВИЧ-инфекцияһы барлығы асыҡланған: 548 ир-егет һәм 339 ҡатын-ҡыҙ.

Әлеге көндә үҙәктә 163 ауырлы ҡатын иҫәптә тора. ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 126 сабый тыуған. Сирҙән 294 кеше вафат булған.

21 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 1987 йылдан алып лаборатор юл менән 26 712 кешелә ошо ҡурҡыныс ауырыу асыҡланған, шуларҙың 6709-ы үлгән.

ВИЧ-инфекциялы 11 884 ир-егет һәм 7272 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә торорға тейеш.

Ағымдағы йылда республикала сир күрһәткесе 100 мең кешегә 21,81 тәшкил иткән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда 16,6 процентҡа кәмеү күҙәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть