Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

21 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандар менән осрашты. Ике сәғәтлек аралашыу барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм район кешеһе мөрәжәғәт итте. Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, социаль һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.

Мәҫәлән, Ҡариҙел ауылынан Ҡариҙел районының ветерандар советы рәйесе Ринат Абзалов бер нисә районда тормошҡа ашырылған пилот проекты сиктәрендә республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге функцияларын дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәккә тапшырыу ихтималлығына борсолоу белдерә. Уның әйтеүенсә, оло йәштәге кешеләр ауырлыҡтар менән осрашыуы мөмкин, сөнки район халҡының яртыһын хеҙмәтләндергән белгестәр уларға документтар тултырыуға бәйле бик күп һорауҙар буйынса кәңәштәр бирә. Күп функциялы үҙәктең эше граждандарҙан документтар пакетын ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡала.

– Ололар өсөн аралашыу һәм аңлатыу эштәре бик мөһим, – тип асыҡлыҡ индерҙе Ринат Абзалов. – Күптәрҙең компьютер менән ҡулланыу мөмкинлеге юҡ, улар электрон мәғлүмәттәр менән файҙалана белмәй.

Башҡортостан Башлығы пенсионерҙың тәҡдимен хупланы.

– Пилот проекты 30 июндә тамамланырға тейеш, ләкин әлегә райондарҙан ялыуҙар күп. Барыһын да күп функциялы үҙәккә тапшырыу дөрөҫ түгел, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Үҙәк ябылмаҫ, тип уйлайым, сөнки экономия аҙ, халыҡ интегә.

Тағы ла бер мәсьәлә – Республика кардиология үҙәгендә тикшерелеү өсөн райондарҙа йәшәүселәргә квоталар билдәләү. Рөстәм Хәмитов республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хәлде асыҡларға ҡушты.  

Өфөнән аутизм менән сирләгән балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам күрһәткән «Рассвет» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы вәкилдәре Юлия Кожевникова һәм Елена Чувашаева республика башлығына һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белем алыуға хоҡуҡтарҙы финанс яғынан тәьмин итеү нормативтарын раҫлау йәһәтенән ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Әле дөйөм белем биреү мәктәптәрендә ябайлаштырылған мәғариф программалары буйынса уҡыған ошондай балалар өсөн нормативтар юҡ.

Юлия Кожевникова һәм Елена Чувашаева республика башлығына мәктәптәрҙә ресурс кластарын һәм балалар баҡсаларында ресурс төркөмдәрен булдырыуҙың пилот проектын тормошҡа ашырыу пландары хаҡында һөйләне. Тайпылыштары булған балалар ғәҙәти кластарҙа уҡый, ләкин улар өсөн йәмғиәткә яраҡлашырға мөмкинлек биргән махсус урындар булдырыла. Проектты бойомға ашырыу өсөн яңы алымдарҙы ҡуллана алырҙай белгестәр талап ителә. Рәсәйҙә бындай тәжрибә бар, уны таратыу зарур. Уҡытыусылар әҙерләү, уҡыу йорттарында махсус биналарҙы йыһазландырыу өсөн аҡса кәрәк.

Рөстәм Хәмитов премьер-министрға Мәғариф министрлығы менән берлектә пилот проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен өйрәнергә, шулай уҡ тейешле нормативтар индерергә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть