Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Мәҙәниәт

«Театр яҙы» фестивале программаһына тәүгә опера һәм вербатим инде

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20-26 апрелдә Өфөлә ғәҙәттәге «Театр яҙы» республика фестивале уҙа. Фестивалдә төрлө жанрҙарҙа 15 спектакль күрһәтеләсәк.

Мәҙәниәт

Октябрьскийҙың йәш бейеүселәре Ҡазанда «Яҙғы ҡыланыуҙар» бәйгеһендә алтын миҙал яуланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ҡазанда «Яҙғы ҡыланыуҙар» XVII халыҡ-ара балалар һәм йәштәр ижады конкурс-фестивале тамамланды. Бәйгегә Рәсәйҙән туғыҙ йәштән 25-кәсә иң яҡшы ижади коллективтар йыйылды.

Мәҙәниәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе фильмда төшөү өсөн кастингка саҡыралар

Булат Йосоповтың киномәктәбе кастинг иғлан итә. Өфөлә йәшәүселәрҙең өс ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың береһендә төшөү мөмкинлеге бар. 9 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 8-гә тиклем «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгенең өсөнсө ҡатында Булат Йосоповтың киномәктәбендә режиссерҙар курсын тамамлаусыларҙың дебют фильмдарында ролдәргә кастинг уҙғарыла.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала «Көмөш Аҡбуҙат» IV Халыҡ-ара кино фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» IV Халыҡ-ара кино фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Фестивалдә ҡатнашыуға ғаризалар 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Күңелле сәхнә арты»нда барыһынан да яҡшыраҡ Рус драма театры төркөмө мәрәкәләне

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Халыҡ-ара театр көнө традицион сара – «Күңелле сәхнә арты» («Веселая кулиса») фестивале менән билдәләнде.

Мәҙәниәт

27 мартта Башҡортостанда өс театр билеттарға хаҡтарҙы кәметә

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 27 мартта, Бөтә донъя театр көнөндә, Рәсәйҙең ҙур театрҙары «Театр.Go» тигән федераль акцияла ҡатнаша. Акцияла Өфөнән өс театр: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Рус драма театры ҡатнашырға теләк белдергән.

Мәҙәниәт

Республиканың «Кружева» ансамбле Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды

Башҡортостандың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. Коллектив М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.

Мәҙәниәт

«Ятаған» башҡорт төркөмө халыҡ-ара музыкаль-этник проектта ҡатнашты

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан башҡарыусылары «Turkcan» халыҡ-ара музыкаль-этник проектта ҡатнашты. «Ятаған» этно-төркөмөндә Илдар Шакир (

Мәҙәниәт

Өфөлә «Рәсәйҙең һәләтле балалары: бейеү донъяһында» фестивалендә 150-нән ашыу коллектив ҡатнашасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дүртенсе тапҡыр «Рәсәйҙең һәләтле балалары: бейеү донъяһында» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы ойошторола.

Мәҙәниәт

«Башҡорт йыры» телевизион конкурсының етенсе миҙгеле башлана

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Башҡорт йыры» популяр телевизион конкурсының сираттағы миҙгелен төшөрә башлай. Тамашасылар тапшырыуҙың тәүге сығарылышын 8 апрелдә киске сәғәт 11-ҙә ҡарай ала.

Мәҙәниәт

Бүрәт театрында башҡорт яҙыусыһының повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә

Бүрәт академия драма театрында башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектакленең репетициялары башланды. Ҡуйылыш өҫтөндә эшләү өсөн М.

Мәҙәниәт

«Аҙашҡан һарыҡ тарихы» фильмы Канн ҡалаһында күрһәтеләсәк

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Аҙашҡан һарыҡ тарихы» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы Канн ҡалаһында Short film corner Festival de Cannes ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивалендә конкурстан тыш программала күрһәтеләсәк.

Мәҙәниәт

Республиканының төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар өфөләргә сит телдәрҙә йырлап күрһәтә

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Йома, 24 мартта, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусылар өсөн III республика сит телдәрҙәге йыр фестивале гала-концерт менән тамамлана.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» фильмының презентацияһы үтте

Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» тулы метражлы документаль фильмының презентацияһы уҙҙы.

Мәҙәниәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 85 йыллығын билдәләне

21 мартта, Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры артисы көнөндә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡурсаҡ театры 1932 йылдың 5 февралендә эшләй башлай, ул саҡта Өфө сәнғәт һарайының Бәләкәй залында (

Мәҙәниәт

Ғәскәров исемендәге ансамбль өфөләр өсөн концерт программаһы әҙерләй

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфө тамашасыһы өсөн ҙур концерт программаһы әҙерләй. Коллектив 30 мартта һәм 20 апрелдә — үҙенең, 31 мартта «Башҡортостан» концерт залында сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Башҡорт дәүләт педагогия университеты ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнаша

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Науруз байрамының халыҡ-ара программаһы сиктәрендә Ҡаҙағстанда сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Өфөлә Әлфиә Кәримова туған сәхнәһендәге сығышы менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы

Ҡаҙағстандағы «Астана Опера» театрының төп солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфиә Кәримова Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Ул Дж. Вердиҙың «Травиата» операһында Виолетта партияһын башҡарҙы.

Мәҙәниәт

Марат Юлдыбаев Өфөлә джаз фестивалендә сығыш яһаясаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Билдәле саксофонсы Марат Юлдыбаев «Алһыу ҡаплан» халыҡ-ара джаз фестивале сиктәрендә Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһаясаҡ.

Мәҙәниәт

Өфөләрҙе Науруз байрамына саҡыралар

25 мартта Өфөләге «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Науруз» республика байрамы уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республиканың милли-мәҙәни ойошмалары сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Башҡортостандан йәш йырсы НТВ каналында «Һин супер!» проектының икенсе турына үтте

Мәләүез районының Нөгөш ауылынан 13 йәшлек Иван Южаков НТВ каналында «Һин супер!» халыҡ-ара йыр конкурсының икенсе турына үтте.   Ул Юрий Саульскийҙың Михаил Танич шиғырына яҙылған «Ҡара бесәй» йырын башҡарып, жюри ағзаларын да, тамашасыларҙы ла әсир итте.

Мәҙәниәт

Силәбе өлкәһе Башҡорт халыҡ үҙәге үҙенең 25 йыллығын билдәләне

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Силәбенең «Төҙөүселәр» мәҙәниәт һарайында «Башҡорт халыҡ үҙәге» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тулыуға арналған юбилей тантанаһы үтте.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала хеҙмәт коллективтары «Таланттарҙың мең төҫө»ндә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә

Өфөлә «Таланттарҙың мең төҫө» хеҙмәт коллективтарының художестволы үҙешмәкәрлек республика смотрын асыу тантанаһы була. 24 мартта ВДНХ-Экспо Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһында Өфө, Ғафури, Нуриман һәм Салауат райондары хеҙмәт коллективтарының үҙешмәкәр сәнғәт вәкилдәре үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә.

Мәҙәниәт

Стәрлетамаҡ башҡорт театры тәүге тапҡыр спектакль-фантасмагория сәхнәләштерә

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры тәүге тапҡыр «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...» исемле фантасмагория жанрында спектакль сәхнәләштерә. Пьесаның авторы — билдәле шағир, яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафин.

Мәҙәниәт

17 мартта Өфөлә «Марина — Ф.И. Шаляпиндың ҡыҙы» китабының исем туйы уҙа

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йома, 17 мартта, Өфөлә «Марина — Ф.И. Шаляпиндың ҡыҙы» китабының исем туйы уҙа. Сара Октябрь проспекты, 33 адресы буйынса Өфө ҡала балалар филармонияһының Шаляпин күргәҙмә залында киске сәғәт 5-тә башлана.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Спиваков фонды етәксеһе Артур Нәзиуллин Мәскәү өлкә филармонияһы солисы булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сығышы менән Өфө егете, Рәсәй кларнетсыһы Артур Нәзиуллин Мәскәү өлкә филармонияһы солисы булды.

Мәҙәниәт

Өфөгә «Хор йәйғоро» фестиваленә ике меңдән ашыу бала киләсәк

Өфөлә Шәфҡәт Бикмөхәмәтов исемендәге IX «Хор йәйғоро» Бөтә Рәсәй балалар хор коллективтары конкурс-фестивале уҙғарыла. Сара 18-19 мартта ойошторола һәм башҡорт композиторҙары Заһир Исмәғилев менән Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.

Мәҙәниәт

Төбәктә «Батырҙар иле» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы эштәр ҡабул итә

Башҡортостанда «Батырҙар иле-2017» балалар һәм үҫмерҙәр ижады асыҡ республика конкурсы уҙғарыла. Бәйгегә «Урал батыр» эпосы, башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре һәм эпостары;

Мәҙәниәт

Өфөлә Экология йылында «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе асыла

Милли музейҙа Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған һәм Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығы уңайынан «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» тигән фотокүргәҙмә асыла.

Мәҙәниәт

Ҡурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ҡурай байрамы» Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. Март айында Башҡортостандың ижади коллективы Пермь крайында, Ҡурған, Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Рус драма театры «Дюймовочка» яңы музыкаль проекты өсөн кастингка саҡыра

Өфөлә Рус драма театры яңы проект өсөн йырсылар һәм бейеүселәргә кастинг иғлан итте. 19 һәм 20 апрелдә 18 йәштән алып 35 йәшкәсә башҡарыусылар көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем театрға килә ала.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың сувенир продукцияһы Франциялағы күргәҙмәлә тәҡдим ителә

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың сувенир продукцияһы Франциялағы күргәҙмәлә тәҡдим ителә. Парижда Рәсәй рухи-мәҙәни православие үҙәгендә илебеҙ төбәктәренең мәҙәни күп төрлөлөгөн һәм колоритын сағылдырған «Рәсәй сувениры» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе 

Мәҙәниәт

Өфөлә «Театр яҙы»на әҙерлек бара

Өфөлә сағыу мәҙәни ваҡиғаға — «Театр яҙы»на әҙерләнәләр. Республика фестивале 20-26 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ойошторола. Проект Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булған.

Мәҙәниәт

Өфөлә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов менән осрашыу була

Бөгөн, 14 мартта, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле сатирик, күп телле Марсель Сәлимов менән күңелле осрашыу була. Автор һәм уның дуҫтары башҡорт, рус, татар, мари, удмурт, сыуаш, азербайжан, украин, инглиз, болгар, грек, итальян, немец, төрөк, француз, япон һәм башҡа телдәрҙә юмористик әҫәрҙәрен уҡый.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда спорт бал бейеүҙәре буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһында спорт бал бейеүҙәре буйынса III төбәк-ара бәйгегә Башҡортостан һәм Татарстандың төрлө мөйөштәренән өс йәштән 35-кәсә 200 ҡатнашыусы йыйылды.

Мәҙәниәт

«Һылыуҡай-2017» конкурсының жюри рәйесе: «Иң төп критерий - ул фекерләү ҡеүәһе»

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Һылыуҡай-2017» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн иң төп критерий – фекерләү ҡеүәһе, — тип иҫәпләй Республика башҡорт гүзәлдәре бәйгеһенең жюри рәйесе, билдәле актер, режиссер һәм Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин.

Мәҙәниәт

Өфөлә ХIII Әхмәров тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙары өс иҫтәлекле датаға бағышлана

25 мартта Өфөлә, Башҡортостандың Милли музейында, ХIII Әхмәров тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙары уҙғарыла. Улар Өфө тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенә нигеҙ һалған Флүрә Әхмәрова, Борис Николаевский һәм Владимир Бурцев иҫтәлегенә арнала.

Мәҙәниәт

Өфөлә Н.Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбенең вокаль-хор бүлеге юбилейын билдәләй

Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең вокаль-хор бүлеге 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 15 мартта Ф. Шаляпин исемендәге концерт залында ошо ваҡиға уңайынан байрам концерты була.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Һылыуҡай-2017» гүзәллек бәйгеһе финалсылары журналистар менән осрашасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 13 мартта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында «Һылыуҡай-2017» республика башҡорт гүзәллек бәйгеһен уҙғарыуға арналған матбуғат конференцияһы үтә.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бабич» исемле тарихи фильм прокатҡа сыға

Башҡортостанда «Бабич» тарихи нәфис фильмы прокатҡа сыға. Премьера 19 апрелдә «Родина» кинотеатрында була. Төбәктә күрһәтеү апрель-май айҙарына билдәләнгән. «Родина» кинотеатрында картина ике тапҡыр: көндөҙ уҡыусылар һәм кисен сәғәт 7-лә теләгән һәр кем өсөн күрһәтелә.

Мәҙәниәт

Республикала «Урал батыр» байрамы уҙғарыла

Бөгөн Бөрйән районының Һарғая ауылында «Урал батыр» байрамы уҙғарыла. Был хаҡта «Юлдаш» радиоһы сайты хәбәр итә. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойоштора.

Мәҙәниәт

«Дуҫлыҡ моңо» фестивале барышында тәүге тапҡыр Дуҫлыҡ кисәһе үтә

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале барышында ҡатнашыусылар өсөн тәүгә Дуҫлыҡ кисәһе ойошторола.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә Рудольф Нуриевтың тормошо хаҡында фильм күрһәттеләр

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташлығы өсөн ике ҡыҙыҡлы сара үтте. «Радио Сити» клубында «Заман» төркөмөнөң тәүге «Пульсом» клибының исеме туйы уҙҙы.

Мәҙәниәт

Композитор Рим Хәсәнов шағир Назар Нәжмиҙең ижадына арналған күләмле презентация әҙерләй

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ижадына бағышланған күләмле презентация әҙерләнә (1918-1999). Был хаҡта «Башинформ» агентлығына проект етәксеһе — бөгөн үҙенең 70 йәшен билдәләгән танылған композитор Рим Хәсәнов хәбәр итте.

Мәҙәниәт

Республиканың баш ҡалаһында «Донъя тауышы» Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы ойошторола

Өфөлә 2 йәштән алып 17 йәшкәсә балалар араһында «Донъя тауышы» Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы уҙғарыла. Бәйге 1 апрелдә «Ихлас» мәсетендә ойошторола һәм «Ихлас» мосолмандарҙың дини ойошмаһы булдырылыуға 20 йыл тулыуға арнала.

Мәҙәниәт

Республика театрҙары Екатеринбургта «Коляда-Plays» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан театрҙары Екатеринбургта «Коляда-Plays» Халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә ҡатнашасаҡ.

Мәҙәниәт

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты билдәле булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты билдәле булды.

Мәҙәниәт

Туғыҙ режиссер «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаттары булды

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сараны ябыу тантанаһы һәм лауреаттарҙы бүләкләү Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы.

Мәҙәниәт

Өфөлә икенсе тапҡыр автор йырын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн «Күңел ҡылдары» премияһы тапшырыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 18 мартта Өфөлә автор йырын үҫтереүгә айырыуса өлөш индергән өсөн «Күңел ҡылдары» республика премияһын тапшырыу тантанаһы үтә.

Мәҙәниәт

Өфөлә йәш нуриевсылар «Ҡар королеваһы» балалар балетын ҡуя

Өфөлә йәш нуриевсылар «Ҡар королеваһы» балалар балетын ҡуя. Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тормошҡа ашырасаҡ проект Башҡортостан Башлығының 1,8 миллион һум күләмендәге грантын отто.

Мәҙәниәт

Өфөлә филармонияның «Иң яҡшы көнө»нә ике меңдән ашыу кеше йыйылды

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының «Иң яҡшы көнө»нә ике меңдән ашыу кеше йыйылды. Ойошманың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, акция барышында бөтә 10 концерт та план буйынса үтте, нон-стоп марафон филармония алдындағы майҙанда байрам салюты менән тамамланды.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестиваленең бүләкләү тантанаһы уҙа

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 мартта Өфөлә «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивален ябыу тантанаһы уҙа. Фестивалде ябыу һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың икенсе корпусы залында (

Мәҙәниәт

Республикала «Урал батыр» эпосы һәм «Мастер һәм Маргарита» романы буйынса бейеү конкурсы иғлан ителде

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Китапты бейеп күрһәтәбеҙ» Асыҡ республика конкурсы иғлан ителде. Бәйгелә ҡатнашыусылар «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы, Михаил Булгаковтың «Мастер һәм Маргарита» романы (

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә «Маска плюс» программаһы сиктәрендә «Джут» башҡорт спектакле күрһәтелде

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Битлек Плюс» программаһы сиктәрендә  М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Джут» (

Мәҙәниәт

Һуҡырҙар өсөн республика китапханаһында Салауат Низаметдиновҡа мемориаль мөйөш асылды

Өфөләге Һуҡырҙар өсөн республика китапханаһында Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә мемориаль мөйөш булдырылған. Бөгөн, уның тыуыуына 60 йыл тулған көндә, Башҡортостанда композиторҙы иҫкә алыу акциялары ойошторола.

Мәҙәниәт

Мәҙәниәт министры Светлана Хәмиҙуллинаның иҫтәлегенә арналған кисәлә уйнаясаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың мәҙәниәт министры, республиканың атҡаҙанған артисы Әминә Шафиҡова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаның иҫтәлегенә арналған кисәлә уйнаясаҡ.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Алдар батырға һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән

Башҡортостанда Алдар батырға — башҡорт тарханы, батыр, старшина, Бөрйән волосы мәғрифәтсеһе Алдар Иҫәкәевҡа һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән. Был хаҡта Башҡорт ҡоролтайының Башҡарма комитетында хәбәр иттеләр.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Урал батыр» нәфис фильмында төп ролгә кастинг иғлан ителгән

Өфөлә «Урал батыр» тулы метражлы нәфис фильмында төп һәм башҡа ролдәргә кастинг иғлан ителгән. Ҡатнашыусылар 18-25 йәштә булырға тейеш, башҡорт телен белеү мотлаҡ. Кастинг 18 мартта көндөҙгө сәғәт 2-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.

Мәҙәниәт

Башҡортостан вәкилдәре Францияла Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты менән таныштырҙы

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан вәкилдәре Францияла Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты менән таныштырҙы.

Мәҙәниәт

«Өфөнән һөйөү менән!»: башҡорт фильмы беренсе тапҡыр Рәсәйҙә прокатҡа сыға

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән!» исемле нәфис фильмы Рәсәйҙә прокатҡа сыға. Прокат 30 мартта башлана. «Өфөнән һөйөү менән!» — ил тамашасыларына тәҡдим ителгән беренсе заманса башҡорт фильмы.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә «Алтын битлек»тә башҡорт театрҙарының өс спектакле күрһәтелә

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 15 февралдән 18 апрелгә ҡәҙәр Мәскәүҙә 23-сө «Алтын битлек» бөтә театр сәнғәте төрҙәре буйынса иң яҡшы Рәсәй спектаклдәре фестивале уҙа.

Мәҙәниәт

Республика Башлығының миллионлы гранттарын алыусылар иғлан ителде

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостан Башлығының миллионлы гранттарын алыусыларҙың исемлеге иғлан ителде. Улар – республиканың алдынғы 16 ижади коллективы.

Мәҙәниәт

Өфөлә яҙ «Властың ҡатын-ҡыҙ йөҙө»нән башланды

Өфөлә яҙ сағыу һәм ҡыҙыҡлы проекттан — «Властың ҡатын-ҡыҙы йөҙө» исемле фотокүргәҙмәнән башланды. Күргәҙмәлә 15 сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙың портреты урын алған. Улар араһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Йомабикә Ильясова, Рузалия Хисмәтуллина, Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рима Үтәшева, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре директоры Зөһрә Исмәғилева, Өфө ҡала Советы депутаты, «Бөтә Өфө» телекомпанияһы директоры Алина Сөләймәнова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, финанс министры Рида Собханҡолова, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина бар.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады» IV республика ижади проекттар конкурсы уҙа

Өфөлә «Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады» IV республика ижади проекттар конкурсы ойошторола. Бәйге 2 мартта Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында үтә.

Мәҙәниәт

Башҡортостандан йәш пианистка Владимир Спиваковтың хәйриә фондының исемле гранты лауреаты булды

Башҡортостандан йәш пианистка Елена Колесникова Владимир Спиваковтың хәйриә фондының исемле гранты лауреаты булды. Елена — Урта махсус музыка колледжының унынсы класс уҡыусыһы.

Мәҙәниәт

Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында «Неопетербург» күргәҙмәһе асыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Неопетербург» күргәҙмәһе асыла. Леонид Цхэҙың күргәҙмәһе 1 мартта «Петербург миҙгелдәре» проекты сиктәрендә асыла.

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть