Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Иҡтисад

Баш ҡалала «Өфө-Ладья» һөнәрҙәр фестивале сиктәрендә тултырма бешерергә өйрәттеләр

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә 29 мартта «Өфө-Ладья» һөнәрҙәр фестивале асылды. Уның сиктәрендә милли аш-һыу фестивале уҙҙы, унда башҡорт, рус, япон, грузин, үзбәк һәм башҡа милли аш-һыу тәҡдим итеүсе баш ҡаланың 10 рестораны ҡатнашты.

Иҡтисад

Өфөләрҙе эшҡыуарлыҡ буйынса бушлай курстарға саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөләрҙе эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре буйынса сираттағы бушлай курстар-консультацияларға саҡыралар. Уларҙы баш ҡаланың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды менән берлектә Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойоштора.

Иҡтисад

Төбәктә ауыл хужалығы культураларын сәсеү майҙаны 3,138 миллион гектарҙан артасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостанда бөтә ауыл хужалығы культураларын сәсеүгә 3138,5 мең гектар бүленәсәк. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын 1805,5 мең гектар, ужым культураларын 357 меңдән ашыу гектар майҙанда сәсеү күҙаллана.

Иҡтисад

Республика теплицала йәшелсә үҫтереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урын яуланы

2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан теплицала йәшелсә үҫтереү күләме буйынса илдә икенсе урынды алды. Был хаҡта, «Агроинвестор» журналына һылтанып, республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Иҡтисад

Статистар Өфөлә бензинға хаҡтарҙы атаны

Башҡортостанстат Өфөләге нефть продукттарының айырым төрҙәренә уртаса хаҡтарҙы баҫтырып сығарҙы. Аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, 27 мартҡа Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығының бер литры 38,28 һум тәшкил итә.

Иҡтисад

Республика — илдең тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса тәүге ун төбәге иҫәбендә

2016 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 165,7 миллиард һум тәшкил иткән. Шуларҙың 165724,6 миллион һумы Башҡортостанға тура килә. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан — етенсе, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында тора.

Иҡтисад

Төбәктең биш ҡалаһы парктарҙы төҙөкләндереүгә 22,5 миллион һум ала

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында 2017 йылда республика ҡаҙнаһынан муниципалитеттарға ҡала парктарын төҙөкләндереүгә ярҙам итеү өсөн субсидиялар биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләре раҫланды.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов «күләгәле» иҡтисад менән көрәшеү мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 28 мартта Ырымбурҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов енәйәтле һәм «күләгәле» иҡтисад менән көрәшеү өлкәһендә, шул иҫәптән Волга буйы төбәктәре халҡына социаль әһәмиәттәге хеҙмәттәр күрһәткәндә федераль һәм төбәк власть органдарының үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға арналған Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.

Иҡтисад

Башҡортостан – дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса алдынғылар иҫәбендә

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү һөҙөмтәләре буйынса 2015 йыл менән сағыштырғанда дүрт баҫҡысҡа күтәрелеп, 2016 йылғы һөҙөмтәләр буйынса төбәктәр рейтингында етенсе урынды биләй.

Иҡтисад

Баш ҡалала һәр эшһеҙгә ике вакансия тура килә

Мәшғүллек хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәте буйынса, әле Өфөлә алты меңгә яҡын рәсми теркәлгән эшһеҙ һәм 13 мең вакансия иҫәпләнә. 2016 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, баш ҡалала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 593 мең самаһы кеше тәшкил итә.

Иҡтисад

Төбәктә квалификациялы белгестәрҙе һаҡлау буйынса «юл картаһы» раҫланды

Башҡортостанда квалификациялы белгестәрҙе һаҡлау, илдең башҡа төбәктәренән талап ителгән кадрҙарҙы йәлеп итеү, шулай уҡ республиканан ситтәге юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы ҡайтарыуҙы әүҙемләштереү буйынса комплекслы саралар планы раҫланды.

Иҡтисад

Төбәктә сираттағы финанс пирамидаһы барлыҡҡа килде

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Яманһыу билдәле «Древпром» финанс пирамидаһының «вариҫы» барлыҡҡа килде. «Древпром-онлайн» компанияһы, элек эшләүсе пирамида кеүек, республика халҡына кредиттарҙы ҡапларға тәҡдим итә.

Иҡтисад

Башҡортостанда вакансиялар һаны артҡан

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәтендә эш биреүселәр тәҡдим иткән вакансияларҙың иҫәбе артҡан. Мәҫәлән: йыл башында республиканың вакансиялар банкында 32,3 меңдән ашыу эш урыны иҫәпләнһә, бөгөн – 35,3 меңдән күберәк.

Иҡтисад

Эшҡыуарҙар өсөн бушлай «Бизнес-навигатор» порталы эшләй башланы

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, шулай уҡ физик берәмектәр өсөн бушлай «Бизнес-навигатор» мәғлүмәт ресурсы эшләй башланы. Портал 169 ҙур ҡаланы, ҡала сервисы өлкәһендәге бизнестың 90 төрөн, 300-ҙән ашыу яҡынса бизнес-планды үҙ эсенә аласаҡ.

Иҡтисад

«Өфө-Ладья» һөнәрҙәр фестивале барышында милли аш-һыу фестивале уҙғарыла

29-31 мартта баш ҡалалағы «ВДНХ-Экспо» комплексы майҙансығында дүртенсе тапҡыр «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» халыҡ сәнғәте күргәҙмә-фестивале уҙғарыла. Фестивалдә Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән 150-нән ашыу оҫта һәм халыҡ ижады үҙәктәре ҡатнаша.

Иҡтисад

2017 йылда республиканың ниндәй юлдары йүнәтеләсәк

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ильяс Мөниров быйыл төбәк бюджетынан финансланып йүнәтеләсәк республика һәм урындағы юлдарҙың теҙмәһен хәбәр итте.

Иҡтисад

Республикала 2017 йылда 2,7 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда 2017 йылда 2,7 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Былтыр 2 миллион 698 миллион «квадрат» файҙаланыуға тапшырылды: ул Рәсәйҙә – дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе күрһәткес.

Иҡтисад

25 мартта өфөләрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар

25 мартта Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Баш ҡаланың Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән йәшелсә, бал, ит, һөт ризыҡтарын, шулай уҡ ауыл икмәкханаларында бешерелгән икмәк, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиеларын һатып алырға мөмкин.

Иҡтисад

Апрелдә «Платон» системаһының тарифтары дүрттән бер өлөшкә арта

15 апрелдән «Платон» системаһының тарифтары дүрттән бер өлөшкә — юлдың бер саҡрымы өсөн 1,53 һумдан 1,91 һумға тиклем арта. 23 мартта Премьер-министр Дмитрий Медведевтың алыҫ юлға йөрөүсе шоферҙарҙың вәкилдәре менән осрашыуында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Иҡтисад

Баш ҡалала инвалидтар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә 30 мартта инвалидтар һәм сәләмәтлек буйынса сикләүҙәре булған граждандар өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Иҡтисад

Башҡортостан делегацияһы Липецк өлкәһендә кооперацияны үҫтереүҙе өйрәнә

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Липецк өлкәһендә.

Иҡтисад

Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм Сочи ҡала-курорты башлығы Анатолий Пахомов ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Башҡортостан умартасылары халыҡ-ара баҙарҙа яңы бәйләнештәр булдыра

Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге халыҡ-ара баҙарҙа яңы бәйләнештәр булдыра. Быйыл үҙәк Франция, Көньяҡ Корея, Төркиә, Һиндостан һәм Үзбәкстан компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә башланы.

Иҡтисад

Өфөләрҙе ял көндәрендәге йәрминкәләргә саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 25 мартта сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙа. Был турала төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары кәрәкле ашлама күләменең өстән бер өлөшөн һатып алған

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары әлеге ваҡытта 19,5 мең тонна минераль ашлама һатып алған, ул планлаштырылған күләмдең өстән бер өлөшө тәшкил итә.

Иҡтисад

Төбәк сантехниктары бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Иң яҡшы сантехник. Рәсәй кубогы» беренселегенә ҡатнашыусыларҙы йыя.

Иҡтисад

Мәскәүҙә Башҡортостандың Монголия менән хеҙмәттәшлеге тикшерелде

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре Мәскәүҙә Монголияның Рәсәйҙәге Илсеһе Банзрагч Дэлгэрмаа менән осрашты.

Иҡтисад

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы Швейцария менән хеҙмәттәшлек юлдарын тикшерҙе

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәскәүҙә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ив Россье менән осрашты.

Иҡтисад

Башҡортостанда урман сәнәғәте кластеры ойошторола

Башҡортостанда урман сәнәғәте кластеры ойошторола. 22 мартта Рәсәй сәнәғәт форумы барышында Килешеү төҙөлдө. Документҡа сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, төбәктә эшләгән ун ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары етәкселәре ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Республика статистары Өфөлә бензинға уртаса хаҡтарҙы атаны

Башҡортостанстат 20 мартҡа ҡарата Өфөләге нефть продукттарының айырым төрҙәренә уртаса хаҡтарҙы баҫтырып сығарҙы. Аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, дүшәмбегә баш ҡаланың яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығының бер литры уртаса 38,28 һум тәшкил итте.

Иҡтисад

Төбәктә Рәсәйҙең стратегик проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөмдәр ойошторолған

Башҡортостанда республика биләмәһендә Рәсәйҙең стратегик үҫешенең төп йүнәлештәре буйынса өҫтөнлөклө проекттарҙы һәм программаларҙы бойомға ашырыу буйынса эшсе төркөмдәр ойошторолған.

Иҡтисад

Өфөлә ремонтлау ҡаралған юлдарҙың яртыһы — ҡаланың төньяҡ өлөшөндә

Өфөлә ремонтлау ҡаралған юлдарҙың яртыһы — ҡаланың төньяҡ өлөшөндә. Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылда майҙаны 1,1 миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән 29 участканы ремонтлау күҙаллана.

Иҡтисад

22 мартта Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы асыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 22 мартта Өфөлә «ВДНХ-Экспо» майҙансығында Рәсәй сәнәғәт форумы асыла. Уның сиктәрендә бер төркөм махсус экспозициялар – станоктар, ҡоралдар, һаҡланыу һәм хеҙмәтте һаҡлау саралары күргәҙмәләре, шулай уҡ машина эшләү, иретеп-йәбештереү һәм ағас эшкәртеү буйынса күргәҙмәләр ҡаралған.

Иҡтисад

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы ҙур булған тармаҡтар билдәләнде

Башҡортостанстат иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса республика ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең 2017 йылдың ғинуары өсөн уртаса айлыҡ эш хаҡын баҫтырып сығарҙы. Ағымдағы йылдың ғинуар айында Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы буйынса уртаса күрһәткес 26 760 һум тәшкил иткән.

Иҡтисад

Йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе Күмертауҙа беренсе резидент барлыҡҡа килде

Күмертауҙа беренсе инвестор — «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһендә эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөүгә ғариза бирҙе.

Иҡтисад

Өфөләге «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға хаҡ артты

Өфөлә, «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин йәнә ҡиммәтләнде. Хәҙер АИ-95 маркалы бензиндың бер литры – 40, АИ-92 36,30 һум тора. Дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған – бер литры 39,13 һум.

Иҡтисад

Башҡорт балы бер тапҡыр файҙалана торған һауыттарҙа Мәскәү мәктәптәренә оҙатылды

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүгә махсус бер файҙалана торған һауыттарҙа Башҡортостанда етештерелгән ике тонналыҡ тәүге бал партияһы оҙатылды, тип хәбәр итә РБК-Өфө.

Иҡтисад

Баш ҡалала дөйөм ҡала өмәләре 15 һәм 22 апрелдә үтә

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә дөйөм ҡала өмәләре 15 һәм 22 апрелдә үтә. Ошо хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Бынан тыш, ғәҙәттәге санитар йома өмәләре күҙаллана.

Иҡтисад

Республикала мең саҡрым самаһы төбәк һәм урындағы юлдарҙы йүнәтеү күҙалланған

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда йылы миҙгел дауамында мең самаһы төбәк, муниципаль һәм урындағы юлдарҙы йүнәтеү күҙаллана.

Иҡтисад

«Башпромбанк» бренд булараҡ эшләүҙән туҡтай

Төбәктәге «Башпромбанк» бренд булараҡ эшләүҙән туҡтай. Банкта «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, 28 апрелдә «Башпромбанк»ты «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡушыу процесын тамамлау күҙаллана.

Иҡтисад

Күмертауҙа яңы тегеү производствоһы асылды һәм киңәйергә ниәтләй

Күмертауҙа яңы тегеү производствоһы эшләй башланы. Рәсәйҙең көс структуралары өсөн махсус кейемдәр тегеүсе «Магеллан» компанияһы уҙған йылдың сентябрендә үткән инвестиция осрашыуында ҡатнашҡандан һуң ҡалала үҙенең филиалын асты.

Иҡтисад

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылда байрам көндәрен күсереү тураһында хәбәр итте

Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылда ял көндәрен күсереү тәртибен нығытҡан Рәсәй Хөкүмәте ҡарарының проектын әҙерләне.

Иҡтисад

Башҡортостан муниципалитеттары ихаталарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә 1 миллиард һум аласаҡ

Быйыл Башҡортостанда заманса ҡала мөхитен булдырыу муниципаль программаларына булышлыҡ итеүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Республиканың 23 муниципалитеты: 9 ҡала округы һәм 14 ҡала биләмәһе республика ҡаҙнаһынан субсидия аласаҡ.

Иҡтисад

Төбәктә умартасылар бал ҡорттарының торошо менән борсола

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда умартасылар бал ҡорттарының хәле менән борсола, тип хәбәр итә РБК-Өфө сайты. «Башҡорт умарталыҡтары» генераль директоры Сергей Мөлөковтың әйтеүе буйынса, ҡайһы бер райондарҙан бал ҡорттарының ҡырыҫ ҡышты бик насар үткәреүе хаҡында хәүефле хәбәрҙәр килә.

Иҡтисад

Башҡортостан менән Үзбәкстан хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

Бөгөн, 16 мартта, Үзбәкстан делегацияһының рәсми сәфәре барышында Өфөлә Башҡортостандың һәм Сәмәрҡәнд өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Иҡтисад

Баш ҡалала XII финанс хеҙмәттәре сифаты форумы асылды

Өфөлә XII финанс хеҙмәттәре сифаты форумы эш башланы. Сара баш ҡалала төбәк Хөкүмәте ярҙамында Рәсәй банктары ассоциацияһы, Башҡортостандың кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы тарафынан 2004 йылдан алып уҙғарыла.

Иҡтисад

18 мартта өфөләрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар

18 мартта Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Баш ҡаланың ике районында фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән йәшелсә, бал, ит, һөт ризыҡтарын, шулай уҡ ауыл икмәкханаларында бешерелгән икмәк, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиеларын һатып алырға мөмкин.

Иҡтисад

Башҡортостанда федераль программа буйынса юлдарҙың яртыһы йүнәтеләсәк

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль программаһын ғәмәлгә ашырып, 2018 йылға проектҡа ингән юл селтәренең яртыһынан күберәген ремонтлау күҙаллана.

Иҡтисад
1 - 55 из 105
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть