Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Сәйәсәт

Өфөнөң бюджет хеҙмәткәрҙәре балалар лагерына юлламаға компенсация аласаҡ

Өфөләге учреждениеларҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре балалар һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар һатып алыу өсөн ҡала ҡаҙнаһынан компенсация аласаҡ. Компенсацияларҙы бер юллама өсөн алты меңгә тиклем күләмдә билдәләү күҙ уңында тотола.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе

29 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылда төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. 2016 йылда сәнәғәт етештереүе күләме – 2,6, ауыл хужалығы бер процентҡа тиерлек артҡан, тип билдәләне республика етәксеһе.

Сәйәсәт

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһына геопарктар тураһында закон сығарыу башланғысы менән сығыш яһаясаҡ

Мәскәүҙә «Ер аҫты-2017. Өйрәнеү. Разведкалау. Табыу» тигән ҙур халыҡ-ара күргәҙмә барышында Рәсәйҙең геологик һәм экологик туризмын, шулай уҡ геологик парктарын үҫтереү стратегияһын булдырыу мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Сәйәсәт

Республиканың финанс министры студенттарға дәүләт хеҙмәтенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шишәмбе, 28 мартта, Башҡорт дәүләт университетында республиканың финанс министры Рида Собханғолова Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия тыңлаусыларына дәүләт хеҙмәтенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

Сәйәсәт

Константин Толкачев Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресында ҡатнашыу өсөн Страсбургка килде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Страсбург ҡалаһында Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресының 32-се пленар сессияһында ҡатнаша.

Сәйәсәт

Водитель таныҡлығын биреү буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Күп функциялы үҙәктәргә водитель таныҡлыҡтарын алмаштырыу буйынса функциялар тапшырылды, тейешле документ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

Сәйәсәт

Алексей Пешков Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Алексей Пешков Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Бөгөн, 27 мартта, Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды.

Сәйәсәт

Төбәктә Бөрйән бал ҡорто айырым статус аласаҡ

Башҡортостан халҡы Бөрйән бал ҡортон һаҡлау буйынса үҙҙәренең фекерен белдерә ала. Закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылған. «Умартасылыҡ тураһында»ғы республика законына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә.

Сәйәсәт

Республика парламентарийҙары килемгә һалымды кәметеү тураһында закон ҡабул итте

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан парламентарийҙары өҫтөнлөклө инвестиция проекттары өсөн килемгә һалымды кәметеү тураһында закон проектын ҡабул итте.

Сәйәсәт

Юрий Палтусов республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Юрий Палтусов Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Сәйәсәт

1 апрелдән Башҡортостанда йәшәүселәр яңы күләмдәге социаль пенсия аласаҡ

Рәсәйҙә социаль пенсияның күләме арта. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев индексация тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 2017 йылдың 1 апреленән социаль пенсияларҙың индексация коэффициенты 1,015 тәшкил итәсәк.

Сәйәсәт

Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаров партияға инде

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Фидан Ғафаров «Берҙәм Рәсәй» партияһына инде.

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы киң мәғлүмәт саралары өсөн конкурс иғлан итте

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙ эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс башлап ебәрҙе.

Сәйәсәт

Рөстәм Исхаҡов — Рәсәй Йәмәғәт палатаһының яңы составында

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Исхаҡов Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ағзалыҡҡа тәҡдим ителде. Кандидатураны Өфөлә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә республиканың Йәмәғәт палатаһы һайланы.

Сәйәсәт

Йәш депутаттар ассоциацияһы республика муниципалитеттарында һөҙөмтәле командалар булдыра

Баймаҡ районында «Башҡортостандың кадрҙар активы» проекты сиктәрендә Йәш депутаттар ассоциацияһының тәүге күсмә семинар-кәңәшмәһе старт алды. Форум Урал аръяғындағы йәш депутаттарҙы йыйҙы.

Сәйәсәт

Рәсәй хәрби-сәнәғәт комиссияһы Башҡортостандың мобилизация потенциалын баһаланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй хәрби-сәнәғәт комиссияһы Башҡортостандың мобилизация потенциалын юғары баһаланы. Рәсәй Хөкүмәте төбәктәрҙең мобилизация әҙерлеге буйынса эштәренә йомғаҡ яһаны.

Сәйәсәт

Башҡорт Совет Республикаһы Рәсәй федерализмына башланғыс һалды – эксперт

20 мартта Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу көнө билдәләнә. Башҡортостандың Милли архивы фондында Башҡорт республикаһы ойошторолоуының тәүге аҙымдарын сағылдырған байтаҡ документтар һаҡлана.

Сәйәсәт

Өфөлә Ҡырымды ҡайтарыуҙы хуплап үткәргән митингта 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөләге Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Ҡырымды Рәсәй составына яңынан ҡайтарыуҙы байрам итергә республиканан 10 меңдән ашыу кеше йыйылды.

Сәйәсәт

Баш федераль инспектор Йәштәр палатаһы проекттары менән танышты

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Волга буйы федераль округының Йәштәр советы ағзаһы, республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Таһир Ғизәтуллин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы.

Сәйәсәт

Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе делегацияһы — Башҡортостанда

Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе делегацияһы — эш сәфәре менән Башҡортостанда. Делегацияны Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Бахром Әшрәфханов оҙатыуында өлкә хакимы Химмәт Окбутаев етәкләй.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов: «Йылдам үҫеш биләмәләре – яҡшы үҫеш катализаторҙары ул»

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Йылдам үҫеш биләмәләре – ошондай биләмәләрҙең өҫтөнлөктәрен аҡыллы итеп файҙаланғанда яҡшы үҫеш катализаторҙары ул, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Сәйәсәт

Республика Башлығы төбәктең халыҡ-ара перспективалары хаҡында һөйләне

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рөстәм Хәмитов «Эксперт-Урал» журналына интервьюһында төбәктең халыҡ-ара мөнәсәбәттәренең перспективалары хаҡында һөйләне.

Сәйәсәт

Баш ҡалаға Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы уңайынан митингка Доминик Джокер килә

18 мартта Өфөлә Ҡырым ярымутрауының Рәсәйгә ҡушылыуына өс йыл тулыу уңайынан митинг ойошторола. Байрам митингыһына 10 мең кешенең килеүе күҙаллана. Унда йәмәғәт ойошмалары һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе әүҙем ҡатнашасаҡ.

Сәйәсәт

Константин Толкачев Рәсәй закондар сығарыусылар советы Президиумы ултырышында ҡатнашты

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар советы Президиумы ултырышында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтендә.

Сәйәсәт

Башҡортостанға Көньяҡ Африка Республикаһы илселеге делегацияһы килде

Башҡортостанға Көньяҡ Африка Республикаһы илселеге делегацияһы килде. Делегация составында Көньяҡ Африка Республикаһының Рәсәйҙәге илселегендәге сәйәсәт бүлеге советнигы Тандо Даламба һәм илселектәге сәйәсәт бүлегенең беренсе секретары Офани Персиваал Сенгани бар.

Сәйәсәт

Константин Толкачев: «Башҡортостан тәжрибәһе «Дәүләт милли сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында»ғы закон проектына нигеҙ була ала»

Әҙерләнә башлаған «Рәсәй милләтенең берҙәмлеге тураһында»ғы закон рәсәйҙәр берҙәм милләт хаҡында төшөнсәне ҡабул итеүгә әҙер булмағанлыҡтан «Дәүләт милли сәйәсәтенең нигеҙҙәре тураһында» закон тип үҙгәртеләсәк.

Сәйәсәт

Ғәлим Яҡупов яңы вазифаға тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ғәлим Яҡупов Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Сәйәсәт

Республикала берҙәм рәсәйҙәр праймериз үткәреү тәртибен билдәләне

13 мартта яңыртылған алдан тауыш биреү сайты эшләй башлай. 28 майҙа үтәсәк тауыш биреү көнөнә бәйле бөтә мәғлүмәт pg.er.ru сайтында урынлаштырыла. Унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына, шулай уҡ төбәк һәм ҡала етәкселәре вазифаларына алдан тауыш биреү буйынса мәғлүмәт туплана, тип аңлатма бирҙеләр партияның төбәк бүлексәһендә.

Сәйәсәт

Владимир Путин балаларҙы суицидҡа этәргән өсөн язаны ҡатыландырыуҙы хупланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин сайттар һәм социаль селтәрҙәр аша балаларҙы үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуға этәргән өсөн язаны ҡатыландырыуҙы хупланы.

Сәйәсәт

Республика парламентарийҙары һалым льготаларының максималь күләмен индерә

Башҡортостанда инвесторҙар өсөн ойошмалар табышына һалым буйынса ставканың 12,5 процентҡа тиклем кәмеүе ихтимал. Льготалар өс йыл ғәмәлдә буласаҡ. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты ултырышында төбәк ҡануниәтенә тейешле төҙәтмәләрҙе ҡараны.

Сәйәсәт

Альберт Мәҡсүтов Татарстандың Башҡортостандағы даими вәкиле вазифаһынан бушатылды

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Альберт Мәҡсүтовты Татарстан Республикаһының Башҡортостан Республикаһындағы даими вәкиле вазифаһынан бушатыуы хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Сәйәсәт

Баш ҡалала берҙәм баҡсасылар ойошмаһы булдырыласаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә ҡалала берҙәм баҡсасылыҡ ойошмаһын булдырыу хаҡында тәҡдим ҡарала. Ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов хәбәр итеүенсә, май айында депутаттар корпусы баҡса ширҡәте мәсьәләләре буйынса киң ведомство-ара кәңәшмә уҙғарырға ниәтләнә.

Сәйәсәт

Төбәктән йөҙгә яҡын кеше Валентина Терешкованы юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостан халҡы «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған «Эй! Күк! Эшләпәңде сис!» Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты. Флешмоб бөгөн үҙенең 80 йәшен билдәләгән Валентина Терешкованың юбилейына арналды.

Сәйәсәт

Салауат районын Марс Кашапов етәкләне

«Янғантау» шифаханаһының хужалыҡ мәсьәләләре буйынса директор урынбаҫары Марс Кашапов контракт буйынса Башҡортостандың Салауат районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.

Сәйәсәт

3 мартта Башҡортостанға Михаил Бабич килә

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 3 мартта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич эш сәфәре менән Башҡортостанға килә.

Сәйәсәт

Бер айҙа республика аграрийҙары Ҡытайға 20 тонна бал оҙатҡан

Башҡортостан «Волга-Янцзы» форматында хеҙмәттәшлек итеү тураһында яңы килешеүҙәр төҙөргә әҙерләнә. Сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлектең хәҙерге торошо һәм үҫеш мөмкинлектәре мәсьәләләре буйынса «Волга-Янцзы» форматында берлектәге эшсе төркөмдөң Рәсәй яғы кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Сәйәсәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть