Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Йәмғиәт

Көлкө көнөндә Өфөлә ғаилә байрамы ойошторола

1 апрелдә Өфөләге «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә ғаилә байрамы уҙғарыла. Унда баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары ҡатнаша ала. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрамда бер нисә тематик зона эшләйәсәк.

Йәмғиәт

Республика Хөкүмәтендә ташҡынға әҙерлек тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәтендә яҙғы ташҡынға әҙерлек тикшерелде. Төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев хәбәр итеүенсә, Башгидрометтың һәм авиация гамма-төшөрөүҙең һыу запасын анализлау мәғлүмәттәре тап килә тип әйтергә мөмкин.

Йәмғиәт

Башҡортостан делегацияһы Пермь крайында Ҡурай байрамында ҡатнаша

Башҡортостан делегацияһы Пермь крайында Ҡурай байрамында ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Барҙа районы хакимиәте башлығы Сергей Ибраев ҡабул итте. Унда Барҙа районының республика менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында.

Йәмғиәт

Республикала рус теленән БДИ-ны алдан тапшырыу өсөн 400-ҙән ашыу кеше теркәлгән

Бөгөн, 27 мартта, рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу бара. Башҡортостанда унда ҡатнашыу өсөн 400-ҙән ашыу кеше теркәлгән, күбеһе — уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар.

Йәмғиәт

Республика ғалимдары сит ил патенттарына эйә булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан ғалимдары сит ил патенттарын алды. Башҡорт дәүләт университетының геофизика кафедраһы мөдире Рим Вәлиуллин һәм кафедра доценты, «БашДУ технопаркы» инновация үҙәге директоры Рәшид Яруллин Шлюмберже компанияһы менән берлектә уйлап сығарылған «Скважиналарҙы тикшереү өсөн комплекслы прибор»ҙың авторҙаштары булды.

Йәмғиәт

Өфөлә йәш дизайнерҙар йырсы Полина Гагарина өсөн модалы кейем-һалым әҙерләне

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә йәштәргә юғары мода донъяһына ишек асылды. 26 мартта республиканың баш ҡалаһында ғәҙәти булмаған сара уҙҙы.

Йәмғиәт

Омбудсмен Анна Кузнецова Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Манту реакцияһы алмашын булдырырға тәҡдим итте — «Известия»

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ата-әсәләр балаларҙа туберкулез ауырыуын билдәләү алымын үҙҙәре һайлай алһын өсөн Манту реакцияһы алмашын билдәләргә тәҡдим итте.

Йәмғиәт

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүен иҫкәртә

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүен иҫкәртә. Дүшәмбе, 27 мартта, төбәктә урыны менән епшек ҡар яуа, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып.

Йәмғиәт

Республика программисы «Донъя һылыуҡайы 2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында тәүге өс сирекфиналсы иҫәбенә инде

Башҡортостандан Анжелика Фәхретдинова «Донъя һылыуҡайы 2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының икенсе сирекфиналына үтте. Уның менән бергә сирекфиналда Липецкиҙан Яна Успенская һәм Мәскәүҙән Виктория Куркина ҡатнаша.

Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары һәм исемдәр менән билдәләнде

Йома, 24 мартта, Республика йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный тапшырҙы.

Йәмғиәт

Туберкулез дарыуҙарға бирешмәй – эксперт

Туберкулездың дарыуҙарға бирешмәүе уны дауалауға бәйле хәлде ҡатмарлаштыра, тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт медицина университетының фтизиопульмонология кафедраһы мөдире, профессор Хәниф Әминев.

Йәмғиәт

Баш ҡалала Экологик театрҙар фестивале уҙғарыла

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы башланғысы буйынса 28 мартта Өфөлә Экологик театрҙар фестивале ойошторола. Тамашасыларға Әлшәй, Асҡын, Белорет, Бөрө, Благовещен, Благовар, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Ишембай, Краснокама, Миәкә, Салауат, Шишмә, Учалы, Хәйбулла райондарынан һәм Ағиҙел ҡалаһынан коллективтар ҡатнашлығында 21 спектакль тәҡдим ителә.

Йәмғиәт

Башҡортостандың ауыл хужалығы кооперативы рәйесе юғары дәүләт наградаһын алды

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған көндә Нижегород йәрминкәһенең Президент залында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич дәүләт Башлығының ҡушыуы буйынса Волга буйы федераль округы халҡына дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.

Йәмғиәт

Туймазыла татар ижтимағи тарихи-мәҙәни үҙәк асылды

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Фәнир Ғәлимовтың аҡсаһына төҙөлгән ике ҡатлы бинала татар ижтимағи тарихи-мәҙәни үҙәк урынлашты.

Йәмғиәт

Интернет дәүерендә Башҡортостанда «ҡағыҙ» киң мәғлүмәт сараларына һәм телевидениеға ихтыяж бармы

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Киң мәғлүмәт саралары араһында икһеҙ-сикһеҙ хәрефтәр һәм һүрәттәр ағымында уҡыусы өсөн конкуренция көндән-көн үҫә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы тыныс үтте

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Кесе йома, 23 мартта, Башҡортостанда география, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникациялар технологиялары буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алдан тапшырыу этабы уҙҙы.

Йәмғиәт

Төбәктең барлыҡ райондарында ла һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бригадалар төҙөлгән

Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн авария бригадалары төҙөлгән. Техника һәм махсус ҡорамалдар әҙерләнгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Йәмғиәт

Республикала СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ирекмәндәр командаһы булдырыла

Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге менән берлектә ошо сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса халыҡ менән эшләү өсөн ирекмәндәр командаһын булдыра.

Йәмғиәт

«Мисс Рәсәй» конкурсында Башҡортостан исеменән Өфө авиация университеты магистранты сығыш яһай

«Мисс Рәсәй» конкурсында Башҡортостан исеменән Өфө дәүләт авиация техник университеты магистранты сығыш яһай. Сара 15 апрелдә Мәскәүҙә уҙғарыла. Өфө дәүләт авиация техник университеты вәкиле 60-тан ашыу дәғүәсеһен уҙып китеп, дөйөм Рәсәй финалына сыҡты.

Йәмғиәт

Республикала экологик видеороликтар конкурсы иғлан ителгән

Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сиктәрендә Башҡортостанда «Планетабыҙ берәү!» экологик видеороликтар конкурсы бара. Проектта 14 йәштән өлкәнерәктәр йәки коллектив ике видеоролик тәҡдим итә ала.

Йәмғиәт

Республикала башланғыс синыф уҡыусыларын кластан тыш эшкә өйрәтәләр

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған көндәрҙә Бәләбәй ҡалаһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының инновацион майҙансығы булған Башҡорт гимназия-интернатында башланғыс класс уҡытыусыларының «Башланғыс мәктәптең полимәҙәни белем биреү киңлегендә дәрестән тыш эшмәкәрлек моделен булдырыу» тигән темаға республика ғилми-ғәмәли семинары уҙҙы.

Йәмғиәт

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефен иҫкәртә

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефен иҫкәртә. Кесе йома, 23 мартта, төбәктә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы, Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып.

Йәмғиәт

Төбәктә йәшәүселәр өсөн эшкә урынлашыу һәм торлаҡ менән тәьмин ителеү төп мәсьәлә булып ҡала

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн эшкә урынлашыу һәм лайыҡлы торлаҡ менән тәьмин ителеү иң киҫкен мәсьәлә булып ҡала. Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ошо проблемаларға бәйле.

Йәмғиәт

Төбәктә ҡыҙылтүштәрҙең күпләп үлеүенә реагенттар сәбәпсе булған

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Стәрлетамаҡта ҡыҙылтүштәрҙең күпләп үлеү сәбәбен асыҡланылар. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, урындағы халыҡ урамдарҙа үлгән йәки яраланған ҡоштарҙы тапты.

Йәмғиәт

Өфөлә «Тоталь диктант»ҡа әсәләр балалары менән килә ала

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Тоталь диктант»ҡа әсәләр балалары менән килә ала. Акцияны уҙғарыу ваҡытында, ата-әсәләр урыҫ теленән үҙ белемдәрен тикшергән саҡта балаларҙы администраторҙар ҡарап торасаҡ.

Йәмғиәт

Төбәктә һауа шарттары боҙоласаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында хәбәр итә. Республиканың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, 22 мартта һауа торошоноң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Республиканың мәғариф министры балалар баҡсаһы өсөн компенсацияның ниндәй осраҡта һаҡланыуын аңлатты

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Рәсәй» медиа үҙәгендәге матбуғат конференцияһында республикала ғаиләнең ниндәй килемендә балалар баҡсаһы өсөн компенсация һаҡланыуын аңлатты.

Йәмғиәт

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 25-се «Студент яҙы»н ҡаршылайҙар

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 25-се «Студент яҙы» башлана. Студенттар өсөн был фестиваль – үҙҙәрен, ижадтарын һәм тормошҡа ҡарашын күрһәтеү мөмкинлеге.

Йәмғиәт

Республиканың уҡытыусылар командаһы «РобоФест-2017» кубогында иң яҡшыһы булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт Дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары Мәскәүҙә тамамланған «РобоФест-2017» уҡытыусылар кубогында еңеүселәр булды.

Йәмғиәт

Республикала диспансеризация: нисек һәм ҡайҙа уны үтергә?

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә диспансеризация үткәрелә. Һәр йылғы тикшереүҙе балалар, һуғыш ветерандары һәм инвалидтар үтергә тейеш.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ойошторолдо

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда республика Хөкүмәте ҡарамағында Дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ойошторолдо.

Йәмғиәт

Республикала һыу баҫыу хәүефе янағанда тиҙ хәбәр итеү системаһы булдырыла

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ташҡын ваҡытында халыҡҡа тиҙ хәбәр итеү системаһын булдыра. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Булгаков ауылында Өршәк йылғаһында, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә — Ағиҙел йылғаһында һәм Мәләүездә күпер янында мониторинглау постары ҡуйылған.

Йәмғиәт

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 20 мартта, көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Төбәктә республиканың иң яҡшы туристик туҡталышы һайланасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы булышлығында «Рус географик йәмғиәте»нең төбәк бүлексәһе иң яҡшы туристик туҡталышҡа конкурс уҙғара.

Йәмғиәт

Баш ҡалала яңы мәктәпкә алыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөләге Дим районы хакимиәтенең Мәғариф бүлеге «Көмөш шишмә» биҫтәһендә төҙөлә башлаған яңы мәктәпкә уҡыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.

Йәмғиәт

Республикала хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгесте һайлайҙар

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә 24 мартта Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә арналған «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес — 2017» XI республика конкурсы уҙа.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаевтың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаевтың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Йәмғиәт

Баш ҡалала «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек бәйгеһенең еңеүсеһе билдәләнде

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Һылыуҡай-2017» республика телевизион гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулаусы ҡыҙҙың исемен иғлан иттеләр.

Йәмғиәт

Төбәктә ике йыл эсендә 156 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән

2014 йылдың декабренән алып 2017 йылдың мартына тиклем Башҡортостанда 156 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. Республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара хеҙмәт форумында төбәктең законһыҙ мәшғүллекте кәметеү буйынса эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Йәмғиәт

Өфөлә федераль медиа-эксперттар журналистар өсөн оҫталыҡ дәресе бирә

Өфөлә федераль медиа-эксперттар — ИТАР-ТАСС агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары (Мәскәү) Александр Куприянов һәм «МояОкруга.рф» проекты етәксеһе Антон Долгов Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Йәмғиәт

Өфө планетарийында «Булырғамы, әллә булмаҫҡамы» экологик киномарафоны башлана

20 мартта Өфө планетарийында экологик киномарафон «Йорт» («Home») документаль фильмын күрһәтеү менән асыла. Бына нисә йылдар инде планетарий Ер көнөндә — яҙғы көн-төн тигеҙлеге көнөндә ошо картинаны күрһәтә.

Йәмғиәт

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе бер көнгә Рәсәй гвардияһы һалдаты булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Саҙрыев «Үҙеңдә һыналған. Журналист десанты» акцияһы сиктәрендә бер көнгә Рәсәй гвардияһы һалдаты булды.

Йәмғиәт

Наталья Водянова фонды республикала уйын комплекстары төҙөйәсәк

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Сибай һәм Күмертау ҡалаларында балалар өсөн яңы уйын комплекстары барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың төҙөлөшөн Рәсәй супер-моделе һәм актриса Наталья Водянова ойошторған «Асыҡ йөрәктәр» балаларға ярҙам итеү фонды үҙ өҫтөнә ала.

Йәмғиәт

Республикала Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына селбәрәләр ебәреләсәк

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда һыу объекттарын балыҡтар менән яһалма байытыу исемлеге киңәйҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева менән осрашты

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева менән осрашыуы булды. Республикала мәғарифты үҫтереү һәм яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде.

Йәмғиәт

Республика балалары «Орленок»та һәм «Артек»та бушлай ял итәсәк

2017 йылда Башҡортостанда «Орленок» балалар үҙәгенә — 171 һәм «Артек» халыҡ-ара лагерына 410 юллама бүленгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында. «Артек»ка барыу өсөн һигеҙ йәштән алып 17 йәшкәсә балаларға йәки уларҙың законлы вәкилдәренә «Артек.

Йәмғиәт

Республика журналистары һауа шарында осоштар серияһын радионың 90 йыллығына арнай

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Рәсәй – Башҡортостан» телеканаланың «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проекты журналистары республика буйлап һауа сәйәхәтенә әҙерләнә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда алдағы ике айҙа ата-әсәләргә балалар баҡсаһы өсөн түләү яңынан иҫәпләнә

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Алдағы ике айҙа мәктәпкәсә балаларҙың ата-әсәләренә балалар баҡсаһы өсөн түләү яңынан иҫәпләнә, тип белдерҙеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

Йәмғиәт

Төбәктә умартасылар «башҡорт балы» брендын ирекле файҙалана ала

Башҡортостанда умартасылар «башҡорт балы» брендын ирекле файҙалана ала. Тәүге тапҡыр шәхси компания брендты файҙаланыуға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алды. Быға тиклем, һуңғы 12 йыл дауамында Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генә патентҡа эйә ине.

Йәмғиәт

Төбәктә һыу хужалығы комплексын үҫтереүгә миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

2020 йылға тиклем Башҡортостан һыу хужалығы комплексын үҫтереү буйынса сараларҙы үтәүгә федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Һыу ресурстары федераль агентлығы менән республика Хөкүмәте араһында килешеү төҙөлгән.

Йәмғиәт

Өфөлә экстремистик ойошмаларҙың пропаганда алымдарын һәм уларға ҡаршы эш итеү юлдарын тикшерҙеләр

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шишәмбе, 14 мартта, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында йәштәр мөхитендә терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән ғилми-ғәмәли семинар уҙҙы.

Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Ректорҙар советының сираттағы ултырышы уҙасаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 15 мартта сәғәт 4-тә Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостан Республикаһының Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советының сираттағы ултырышы уҙа.

Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен яҙып ҡарай ала

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусыларының Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен яҙып ҡарау мөмкинлеге бар. Быйыл уларҙа штат тәртибендә – башланғыс звеноның сығарылыш уҡыусылары (

Йәмғиәт

Өфөлә һыу баҫыу зонаһында йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә баш ҡала хакимиәтенең социаль-гуманитар идаралығы һыу баҫыу зонаһында йәшәүсе ҡала халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу иғлан итте.

Йәмғиәт

Өфө ҡыҙы «Көнсығыш туризмы һылыуы-2017» титулын яуларға ниәтләй

Өфө моделе Гөлсиә Ҡуңысбаева «Көнсығыш туризмы һылыуы-2017» титулын яуларға ниәтләй. Ошо көндәрҙә Ҡытайҙың көньяҡ провинцияһында халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы бара. Унда бөтә донъянан: Франция, Австралия, Корея, Малайзия, Филиппин, АҠШ, Көньяҡ Африка, Бразилиянан 57 ҡыҙ ҡатнаша.

Йәмғиәт

Баш ҡалала йылғаларҙың кимәле һигеҙ метрға тиклем күтәрелеүе ихтимал

Өфөлә Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларының кимәле һигеҙ метрға тиклем күтәрелеүе ихтимал. Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим Абдуллин хәбәр итте.

Йәмғиәт

«Көньяҡ автовокзал — «Өфө» аэропорты» төнгө маршруты туҡтатылмай

Өфөлә 20 мартҡа тиклем «Көньяҡ автовокзал — Аэропорт» 101к төнгө маршруты буйынса «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының күп кеше һыйҙырышлы «НефАЗ» маркалы автобустары йөрөй, һуңынан «Мерседес» автобусы рейсҡа сыға.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың Евразия гуманитар хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса илдең биш субъекты етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты.

Йәмғиәт

Башҡортостанда төнгө һалҡындар һәм көндөҙгө йылылар һаҡлана

Был аҙнала Башҡортостанда төнгө һалҡындар һәм көндөҙгө йылылар һаҡлана. Республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, тип хәбәр иттеләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында.

Йәмғиәт

8 апрелдән республикала экологик өмәләр башлана

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 8 апрелдән Башҡортостанда экологик өмәләр башлана, уларҙың төп бурысы – тораҡ пункт биләмәләренең санитар-экологик торошон яҡшыртыу.

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының яңы туғыҙ ҡатлы уҡыу-уҡытыу корпусы асылды

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетының яңы уҡыу-уҡытыу корпусы асылды. Ул Туҡай урамында урынлашҡан. Уның майҙаны – 14395,20 квадрат метр.

Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа температураһының 20 градусҡаса түбәнәйеүе һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуын иҫкәртә

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксениня Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа температураһының 20 градусҡа хәтлем түбәнәйеүе һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә.

Йәмғиәт

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективын яңы етәксе менән таныштырҙылар

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры вазифаһына Рөстәм Зәрәфетдинов тәғәйенләнде.

Йәмғиәт

«Башавтотранс»тың төнгө рейсты туҡтатыуы тураһында ҡарары Өфө аэропорты өсөн көтөлмәгән бүләк булды

Өфөлә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының 101к ҡала яны автобусының төнгө маршруты ябыла. Күп кеше һыйҙырышлы «НефАЗ» маркалы автобус «Өфө» аэропортынан Көньяҡ автовокзалға тиклем пассажирҙар йөрөтә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн декрет пособиеһының күләме артыуы ихтимал

Республикала күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн декрет пособиеһының күләме артыуы ихтимал. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан юлдаш телеканалына интервьюһында ошо хаҡта һөйләне.

Йәмғиәт

Төбәктә мәктәп автобустарына ихтыяж ҙур

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда мәктәп автобустарына ихтыяж юғары кимәлдә ҡала. Әлеге ваҡытта республиканың Мәғариф министрлығында мәктәп автобустарына муниципалитеттарҙан 143 ғариза ҡабул ителгән.

Йәмғиәт

Ун көндән Башҡортостанда БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы башлана

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 23 мартта Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу этабы башлана. Ул 14 апрелгә ҡәҙәр бара.

Йәмғиәт
1 - 74 из 124
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть