Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Спорт

«Салауат Юлаев-2006» хоккейсылары – халыҡ-ара «Газпром нефть кубогы»ның көмөш призерҙары

Омскиҙа 2006 йылғы балалар командалары араһында хоккей буйынса XI «Газпром нефть кубогы» халыҡ-ара хоккей турниры тамамланды. Суперфиналда Көнсығыш зонаһы еңеүсеһе – Өфөнөң «Салауат Юлаев» уйынсылары һәм «Көнбайыш» чемпиондары – Мәскәүҙең ЦСКА-һы осрашты.

Спорт

Захар Арзамасцев 2019 йылға тиклем «Салауат Юлаев»та ҡала

Һаҡсы Захар Арзамасцев Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы менән килешеүҙе оҙайтты. Өфө клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы килешеү 2019 йылға тиклем ҡаралған. Өфөлә ике миҙгел эсендә Арзамасцев 140 матчта уйнаны һәм 35 (

Спорт

«Салауат Юлаев – 2006» командаһы «Газпром нефть кубогы»ның көнсығыш финалында «Автомобилист»ы ҡыйратты

Омскиҙа «Газпром нефть кубогы – 2017» халыҡ-ара балалар хоккейы турнирында «Көнсығыш» конференцияның финалы тамамланды. Өфөнөң Михаил Потапов һәм Андрей Яханов етәкселегендәге 2006 йылғы «Салауат Юлаев» командаһы еңеүҙәрен дауам итте.

Спорт

Рөстәм Хәмитов «Таусы» хоккей клубы уйынсыларын һәм тренерҙарын Төбәктәр кубогы финалында еңеүҙәре менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов икенсе йыл рәттән Милли йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең төп бүләгенә — Төбәктәр кубогына лайыҡ булған «Таусы» хоккей клубы (

Спорт

«Салауат Юлаев – 2006», хужаларҙы еңеп, «Газпром нефть кубогы»ның көнсығыш финалына үтте

Омскиҙа 2006 йылғы балалар командалары араһында хоккей буйынса XI «Газпром нефть кубогы»ның «Көнсығыш» ярымфинал уйындары тамамланды. Уларҙың береһендә Өфөнөң Михаил Потапов һәм Андрей Яханов етәкселегендәге «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһында уйын хужалары – Омскиҙың «Авангард»ы менән бәйгелә еңеү яуланы.

Спорт

Учалы «Таусы»һы икенсегә Милли йәштәр хокккей лигаһының Төбәктәр кубогын яуланы

Учалының «Таусы» командаһы Милли йәштәр хоккей лигаһының плей-офф финалында бишенсе хәл иткес матчта Пензаның «Дизелист» командаһын еңде һәм икенсе йыл рәттән Төбәктәр кубогын яуланы.

Спорт

«Салауат Юлаев» Милли хоккей лигаһының элекке уйынсыһы Филип Ларсен менән килешеү төҙөнө

«Салауат Юлаев» Финляндияның «Йокерит» клубынан Дания һаҡсыһы Филип Ларсен менән ике йылға килешеү төҙөнө. Өфө клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ларсенға 27 йәш, Континенталь хоккей лигаһында ул «Югра» һәм «Йокерит» өсөн уйнаны, унан 2016 йылда Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчында сығыш яһарға теләк белдерә.

Спорт

21 апрелдә – Өфөлә ҙур футбол йомаһы

Йома, 21 апрелдә, Өфөлә ике футбол уйыны уҙа. Иң башта «Нефтсе» үҙәк стадионы майҙансығына Йәштәр Премьер-лигаһы беренселеге сиктәрендә «Өфө» футбол клубы һәм Мәскәү ЦСКА-һының дублерҙары сыға.

Спорт

«Салауат Юлаев»тың яңы тренеры Эркка Вестерлундҡа Өфө менән тәүге осрашыу оҡшаны

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Эркка Вестерлунд Өфөгә килде. Ул үҙенең яңы клубының инфраструктураһы менән танышты.

Спорт

Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» клубының баш тренеры Эркка Вестерлунд менән осрашты

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 18 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев» хоккей клубының яңы баш тренеры Эркка Вестерлунд менән осрашты.

Спорт

Нефтекаманың «Торос» командаһында — яңы етәкселек

«Торос» хоккей клубының (Нефтекама) идара ултырышы уҙҙы, уның барышында ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. «Торос» хоккей клубының идара рәйесе — президенты итеп Нефтекама хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов тәғәйенләнде.

Спорт

Республиканың тхэквондо оҫталары Ҡазандан 75 миҙал алып ҡайтты

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ҡазанда тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге, Рәсәй Тхэквондо ассоциацияһының төҫлө билбауҙар фестивале уҙҙы.

Спорт

Башҡортостандан йәштәр дуэты бадминтон буйынса Европа чемпионы булды

Францияның Мюлуз ҡалаһында 19 йәшкә тиклемге спортсылар араһында бадминтон буйынса Европа беренселеге тамамланды. Тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостандан Родион Әлимов — Алина Дәүләтова дуэты ошо разрядта алтын миҙалдарға лайыҡ булды.

Спорт

Салауаттан Полина Егорова – йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Мәскәүҙә йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Ҡатын-ҡыҙҙар программаһында арҡала 100 метр арауыҡта йөҙөү буйынса Салауат ҡалаһынан Полина Егорова чемпион булды – 1.

Спорт

Салауаттан Полина Егорова йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе тапҡыр пьедесталға күтәрелде

Башҡортостандың Салауат ҡалаһынан Полина Егорова йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе тапҡыр призерҙар иҫәбенә инде. 100 метрлыҡ арауыҡта баттерфляй менән ул 58,91 һөҙөмтәһе менән көмөш миҙал яуланы.

Спорт

Республика рапирасылары Рәсәй чемпионатында «алтын» һәм «бронза» яуланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Арзамас ҡалаһында фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты дауам итә. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында рапира буйынса команда турнирҙары уҙҙы.

Спорт

Шорт-трек менән шөғөлләнеү өсөн махсус стадион Өфөлә 2018 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Төҙөүсе» стадионында спорт комплексын төҙөү буйынса эштәр бара. Тура эфир барышында Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, был комплекстың дөйөм суммаһы – 1 миллиард 250 миллион һум.

Спорт

Континенталь хоккей лигаһының унынсы юбилей миҙгеленә «Салауат Юлаев»тың тренерҙар штабы булдырылды

«Салауат Юлаев»тың тренерҙар штабы тулыһынса булдырылды. Баш тренер – Эркка Вестерлунд. Фин белгесенә Ханну Вирта, Томи Ламса һәм Николай Цулыгин ярҙам итәсәк. Вадим Тарасов ҡапҡасылар тренеры вазифаһын биләне.

Спорт

Баш ҡалала ҡаяға менеү буйынса Асыҡ ҡала кубогы уҙа

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 21-22 апрелдә «боулдеринг» дисциплинаһында ҡаяға менеү буйынса Өфө кубогы үтә. Ярыштарҙа 14 йәштән өлкән спорт разряды булмаған кешеләр ҙә, профессиональ спортсылар ҙа ҡатнаша ала.

Спорт

Өфө егете Тимур Сафин Рәсәй чемпионатында ышаныслы еңеү яуланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Нижегород өлкәһенең Арзамас ҡалаһында фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты башланды. Рапирасылар турнирында Өфө егете Тимур Сафин алтын чемпион миҙалын яуланы.

Спорт

Салауат ҡалаһы йөҙөүсеһе Полина Егорова – Рәсәй чемпионатының көмөш призёры

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Мәскәүҙә йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты уҙа. Арҡала 200 метр арауыҡта йөҙөү буйынса Салауаттан йәш спортсы Полина Егорова көмөш миҙал яуланы.

Спорт

Николай Красников - «Спорт» класлы ҡаргиҙәрҙә Рәсәйҙең иң яҡшы уҙышсыһы

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 2017 йылғы Европа чемпионы, боҙҙағы спидвей буйынса донъяның иң билдәле спортсыһы, Өфөнән Николай Красников үҙенең наградалар коллекцияһын тағы ла бер спорт төрөндә – ҡаргиҙәрҙәге кроста тулыландырҙы.

Спорт

Башҡортостандың иң йәш самбосылары Октябрьскийҙа турнир уҙғара

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Йома, 7 апрелдә, Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында 2003-2004 йылдарҙа тыуған егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында самбо буйынса Башҡортостан беренселеге башлана.

Спорт

Өфөгә Волга буйы федераль округында I Асыҡ үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындарын уҙғарыу хоҡуғы ышанып тапшырылды

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 2007 йылда Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзы «Асыҡ бөтә Рәсәй үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындары» проектын эшләтеп ебәрҙе.

Спорт

Өфө егете Тимур Сафин Францияла чемпионлыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Рәсәй рапирасыһы Тимур Сафин Францияның Мелун ҡалаһында барған халыҡ-ара фехтование турнирында һәм шунда уҡ Рәсәй – Франция матч осрашыуында айырылып торҙо.

Спорт

Башҡорт физик культура институты Рәсәй Студенттар хоккей лигаһының төбәк чемпионатында еңде

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә Студенттар хоккей лигаһы чемпионатының төбәк финалы уҙҙы. Турнирҙа дүрт команда ҡатнашты: Башҡорт физик культура институты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте институты (

Спорт

Өфөнән Юлиә Григорьева шахмат буйынса Рәсәй кубогында икенсе урын алды

Мәскәү өлкәһендә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Рәсәй кубогы уйындары тамамланды. 14 йәшлек Өфө шахматсыһы Юлиә Григорьева (93-сө гимназия) икенсе урын яуланы һәм 2017 йылғы Рәсәй беренселегенең юғары лигаһына юллама отто.

Спорт

Игорь Макаров һәм Теему Хартикайнен «Салауат Юлаев»та ҡала

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель./ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Континенталь хоккей лигаһында бик үк уңышлы булмаған туғыҙынсы миҙгелдең тағы ла ике уйынсыһы Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы менән килешеүҙе оҙайтты.

Спорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть